Ҡала халҡы Хәйбулла ҡунаҡтарын йылы ҡаршы алды. Лина Ҡолбулдина, Вера Горшенина, Иҙел Манишев, Радик Далхин, Рәсимә Динисламова, Артур Алсынов, Алгөл Вәлиева, Гөлфиә Хәләфетдинова, Азат Исҡужин һәм Рәсимә Динисламова дуэты, «Сулпан» халыҡ вокал ансамбле, Аҡъяр тау колледжының «Тау гәлсәрҙәре» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, район мәҙәниәт йортоноң «Шәжәрә» вокал ансамбленең сығыштары дәррәү алҡыштар менән оҙатылды.
Сара һуңында Хәйбулла районы муниципаль районының мәҙәниәт идаралағы етәксеһе Лариса Мәмбәтова Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ә ҡала ҡоролтайы рәйесе Г.Т. Ҡәйепова концерт әҙерләүҙә һәм ойоштороуҙа ҙур оҫталыҡ өсөн рәхмәт әйтте һәм шулай уҡ "Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, традицияларын үҫтереү һәм пропогандалау өсөн" рәхмәт хатын тапшырҙы. Артабан да күрше өлкәлә йәшәгән милләтәштәребеҙ менән осрашып, бер-беребеҙгә терәк булайыҡ.