Бөгөн Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшевҡа 60 йәш. Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын, Хөрмәтулла Ғаззали улы! Һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ!
Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев 1959 йылдың 23 ноябрендә Хәйбулла районының Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылында тыуған. Актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.