Бөгөн Һаҡмар Наҙарғол ауылы клубында Әсәйҙәр көнөнә арналған ауыл биләмәһе кимәлендә ҙур һәм сағыу сара үтте.
Әбеш ауыл биләмәһе ауылдарынан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар спорт ярыштарында етеҙлектәрен һәм йыр-бейеугә маһирлыҡтарын күрһәтте. Был сараны Һаҡмар Наҙарғол ауылы клубы етәксеһе Эльвира Хәмит ҡыҙы Юнысова һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәксеһе Гөлиә Шәрипова) ойошторған.
Ауыл Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашҡанға күрә сара сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалауға ҡоролған ине. Барлыҡ ҡатнашыусылар һәм тамашасы әсәйҙәр ауыл хаҡимиәте тарафынан әҙерләнгән бүләктәрҙе алып ҡыуандылар.
Сара үҙ маҡсатына иреште тип ышанабыҙ, сөнки килгән бар халыҡ күтәренке кәйеф һәм яҡты йөҙ менән таралышты.