Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 12:50

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы отставкаға китте

20 ноябрҙә үткән Хәйбулла районы муниципаль район Советының 32-се ултырышында депутаттар, Раил Ибраһимовтың үҙ теләге менән эштән китеү тураһындағы ғаризаһын ҡарап, уның отставкаға китеүен ҡабул итте.

20 ноябрҙә үткән Хәйбулла районы муниципаль район Советының 32-се ултырышында депутаттар, Раил Ибраһимовтың үҙ теләге менән эштән китеү тураһындағы ғаризаһын ҡарап, уның отставкаға китеүен ҡабул итте.
Совет ултырышы эшендә муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәт менән файҙаланыу буйынса Комитет рәйесе Әлфәрис Байсурин, Башҡортостан Республикаһының Нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығының урындағы үҙидаралыҡ органдары менән эш буйынса бүлектең баш советнигы Урал Хәлисовтар ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Кодексы, “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закон, Хәйбулла районы муниципаль район Уставына ярашлы, муниципаль район Советы ҡарары менән үҙ теләге менән отставкаға китеү менән бәйле, 2019 йылдың 20 ноябренән муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтың вәкәләтлеге туҡтатылды.
Муниципаль район Советы Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан итте һәм ул 17 декабрҙә үтәсәк.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса муниципаль район Советы тарафынан тәғәйенләнгән шәхес вазифаны биләгәнгә тиклемге осорға Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәү бурысы муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Шәкир Әйүп улы Дәүләтшинға йөкмәтелде.
Ултырышта муниципаль район Советы депутаттары һәм район учреждениелары, ойошмалары етәкселәре күп йылдар дауамында берлектәге тос хеҙмәт, һуңғы ете йылда барлыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге өлкәләрендәге позитив үҙгәрештәр, райондағы тотороҡло хәл-торош һәм Хәйбулла районының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Раил Хазморат улына рәхмәт белдерҙе.
Ә.Хәсәнова.
Читайте нас