Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 16:10

Йәш белгестәрҙең районға ҡайтыуын көтәбеҙ

Муниципаль район етәкселеге Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған Хәйбулла районы студенттары менән осрашты

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыу уҙғарҙы. Осрашыуға шулай уҡ район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин килде.
Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында Хәйбулла районынан 40 студент белем ала, шуларҙың 20-еһе маҡсатлы йүнәлеш буйынса, һәм тағы ла 7-һе ординатурала уҡый.
Раил Хазморат улы буласаҡ табиптарға райондың ҡаҙаныштары һәм проблемалары, шулай уҡ тормошҡа ашыраласаҡ проекттар тураһында һөйләне. Үҙ районына ҡайтырға теләгәндәр өсөн ярҙам итеү саралары хаҡында мәғлүмәт бирҙе һәм мунициалитетҡа ниндәй белгестәр етешмәүен атап үтте. Хәҙерге ваҡытта районға артабанғы табибтар кәрәк: невролог, эндокринолог, онколог, хирург, участка терапевтары һәм педиатрҙар.
Миңзәлә Ғөбәйҙула ҡыҙы һәм Илшат Тимерйән улы студенттарға райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы, медицина учреждениеларында хеҙмәт итеү шарттары тураһында һөйләне, шулай уҡ студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр. Уларҙың күбеһе райондың медицина учреждениеларына эшкә урынлашыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Сара аҙағында Раил Хазморат улы был осрашыу яҡын киләсәктә ыңғай һөҙөмтәләр бирер һәм йәштәр туған районына ҡайтып эшкә урынлашырҙар тигән өмөтөн еткерҙе.
Читайте нас