Был пьесала "Балҡыш" ҡурсаҡ театры төркөмөнә (етәксеһе - Айһылыу Ҡәйепова) йөрөүселәр ҡатнашты. Тамашалағы ҡурсаҡтарҙың һәр береһе үҙ ҡулдары менән уйналасаҡ геройҙың йөҙөнә тап килтереп эшләнгән. Ҡурсаҡтар тегеү, уны сәхнәгә ҡуйыу һәм тамаша ваҡытында ҡулдарҙы ла эшләтеп тороу, һөйләп тә тороу бик еңелдән түгел булмаһа ла "Балҡыш" ҡурсаҡ театры төркөмөнә йөрөүселәр ихлас күңелдән сығыш яһанылар, һәр береһе үҙ ролдәрен еренә еткереп башҡарҙылар. Афарин "Балҡыштар!"