Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 08:25

Хәйбулла районы буйынса ЮХДДИ бүлегенә яңы начальник тәғәйенләнде

Хәйбулла районы буйынса ЮХДДИ бүлегенә яңы начальник тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры Роман Деев приказына ярашлы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең етәксеһе итеп Ринат Түлебаев тәғәйенләнде.

«Башҡортостан юлдарында граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшендә һеҙҙең профессионализмға һәм ныҡышмалығыҙға өмөт итәм», - тип теләне яңы етәксегә Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-һы начальнигы Динар Ғилмитдинов.
Ринат Әбделмән улы 1984 йылдың 13 февралендә Хәйбулла районында тыуған. 2004 йылдан эске эштәр органдарында хеҙмәт итә башлаған. Төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән урындағы ЮХХДИ бүлегендә юл надзоры инспекторы булып эшләгән.
Читайте нас