Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 14:10

Хәйбуллалар - чемпион!

Район командаһы дартс буйынса ярышта 1-се урын яуланы

Өфө ҡалаһында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында дартс һәм теннис буйынса республика ярыштары уҙҙы. Бында барлығы 25 команда һәм 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Хәйбулла районы данын Зөлфиә Сөнәғәтова (Татыр-Үҙәк ауылы), Йәмил Иҙелбаев (Аҡъяр ауылы) һәм Марат Мөхәмәтов (Өфө ауылы) яҡланы. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса урындар команда һәм шәхси иҫәп буйынса билдәләнде. Иң яҡшы уйынсылар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа булды. Шәхси иҫәптә Йәмил Иҙелбаев теннис һәм дартс буйынса 3-сө урын алһа, Зөлфиә Сөнәғәтова дартс буйынса 1-се урын яуланы.
Дөйөм ярыш нәтижәләре буйынса Хәйбулла районы командаһы дартс буйынса 1-се урынға лайыҡ булды. Еңеүсе командаларға кубок, ә призерҙарға – грамота һәм миҙалдар тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас