2019 йылдың 27-29 сентябрендә баш ҡалала Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығы менән республиканың Йәш яҡташтар берекмәһе «Урал мираҫы» йәштәр этнофорумын уҙғарҙы. Бишенсе йыл рәттән үткәрелгән форумда Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 200 кеше ҡатнашты. Ошонда уҡ ҡатнашыусылар «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү» номинацияһында үҙ проекттарын тәҡдим итте, улар башҡорт телендә сифатлы видеоконтент эшләүгә, ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөүгә, «Йәш фекер» реалити-шоуын сығарыуға йүнәлтелде. Шулай уҡ бында фольклор темаһына иғтибар бүленде, мәҫәлән «Таҡмаҡ-баттл» проекты халыҡ таҡмаҡтарын популярлаштырыуҙа заманса ысулдарын еткерҙе.