Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 10:25

Аҡъяр тау колледжы студенттары флешмобҡа ҡушылды

Аҡъяр тау колледжы студенттары флешмобҡа ҡушылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә иғлан иткән #ТанцуюБашкирскийТанец флешмобы быйыл сентябрҙә башланды. “Беҙҙең йәштәр илдең һәм донъяның билдәле урындарында бейеүҙе мода итеп алды. Минеңсә, улар бер кемгә лә ҡамасауламай. Киреһенсә, кешеләргә оҡшай һәм уларҙы фотоға төшөрә. Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ: Башҡортостандан ситтә йәки уның эсендә башҡарылған иң матур башҡорт бейеүе өсөн, тик унда ситтә йәшәгән ҡунаҡтың да ҡатнашыуы шарт, бер нисә айҙан үҙемдең шәхси бүләгемде тапшырасаҡмын! Һылтанмалар ебәрегеҙ!”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Проектта ҡатнашыр өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны видеоға төшөрөп, интернетҡа #танцуюбашкирскийтанец #учубашкирскийтанец хештегтары менән һалырға кәрәк.
Беҙҙең Хәйбулла студенттары Аҡъяр тау колледжы алдында башҡорт бейеүен башҡарып флешмобҡа ҡушылды. Уларға лайтарыбыҙҙы йәлләмәйек!
Читайте нас