Яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 16:52

Беҙҙең финалист

Стәрлетамаҡта V «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) асыҡ төбәк чемпионатына һайлап алыу туры уҙҙы.
Дизайн инженеры копетенцияһында Хәйбулла районы данын 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Искәндәр Аблаев (етәксеһе – информатика уҡытыусыһы З. Р. Иҫәнбаева) яҡланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң күп мәрәй йыйған биш лидер билдәләнде, улар араһында беҙҙең Искәндәр ҙә бар. Ул декабрҙә V «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) асыҡ төбәк чемпионатында ҡатнашасаҡ. Уға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас