Яңылыҡтар
27 Октября 2019, 13:58

Лайыҡлыға - миҙал

Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының кәңәшмәһендә Хәйбулла районы ветеринария станцияһының етәксеһе Ишмырҙа Баймырҙин «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, был миҙал 2018 йылда булдырылған. Уның менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының указы нигеҙендә республиканың үҫешенә тос өлөш индергән граждандар, шул иҫәптән иҡтисад, етештереү, фән, техника, төҙөлөш, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, хоҡуҡ, оборона һәм башҡа өлкәләрҙәге уңыштары өсөн бүләкләнелә.
Читайте нас