Яңылыҡтар
27 Октябрь 2019, 13:14

Беҙҙең район «Географик диктант-2019» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһына ҡушылды

Бөгөн 27 октябрҙә Аҡъяр ауылындағы Үҙәк район китапханаһында Рус география йәмғиәте тарафынан ойошторолған «Географик диктант-2019» сараһы уҙҙы.


Рәсәйҙең географияһы, экологияһы, тарихы һәм мәҙәниәте менән барлыҡ ҡыҙыҡһыныусыларҙы берләштереү ниәтендә ойошторолған географик диктант илдә бишенсе мәртәбә үткәрелә, ә район китапханаһында бындай сара тәүге тапҡыр уҙғарылды. Барлығы 30 кеше ҡатнашты.


Сара аҙағында һәр бер ҡатнашыусыға «Географик диктант-2019» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Читайте нас