Яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 10:28

Хәйбулла аграрийҙары бүләкләнде

25 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – механизаторҙар, трактористар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар һәм башҡалар. Йәмғеһе 40 кеше орден, маҡтау билдәһе, почет грамотаһы йәки маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шулар араһында Хәйбулла районының ике аграрийҙары ла бар.
Механизатор Александр Мурахтанов (Ю.И.Шигаранов КФХ) Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, ә «Яковлевка» ЯСЙ-ы фодителе Фәнил Тусалин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Читайте нас