Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 18:40

Матьяш Сёллёси: хәйбуллалар ҡунаҡсыл һәм киң күңелле халыҡ

Сентябрҙә Венгрия фоторәссамы район ауылдары буйлап сәйәхәт ҡылды


Венгрияның баш ҡалаһы Будапешттан билдәле фоторәссам Матьяш Сёллёси эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Ул башҡорттар һәм мадьярҙар (венгрҙар) араһында этник бәйләнеште күрһәткән фотосессиялар проектын тормошҡа ашырыу өсөн Венгрия Сәнғәт академияһы грантына эйә булған. Фоторәссамдың проекты өс йылға иҫәпләнгән. Ошо осорҙа Матьяш Башҡортостанды һәм башҡорттар тупланып йәшәгән күрше төбәктәр буйлап сәйәхәт ҡылырға ниәтләй.


Ҡайһы бер Венгрия ғалимдарының фаразлауы буйынса, уларҙың тамырҙары Көньяҡ Уралға барып тоташа. Бынан тыш, мәҫәлән, мадьяр телендә төрки тамырлы 300 һүҙ барлығы билдәле, шулай уҡ мадьяр рун яҙыуы боронғо төрки рун яҙмаларынан барлыҡҡа килгән. Ике халыҡта ла дьярмат/юрматы, йәнәй, юрмый, бүләр кеүек оҡшаш атамалы ырыуҙар бар. Күренекле Башҡортостан ғалимдары Ә. Вәлидов, Р. Кузеев, Н.Мәжитов һәм башҡалар фекеренсә, мадьярҙар башҡорт халҡының этногенезында бик бәләкәй роль уйнаған йәки бөтөнләй ҡатнашмаған, шулай ҙа, улар боронғо башҡорттарҙың Венгрияға күсенеүҙәрен билдәләп үтәләр. Әйткәндәй, урта быуат Венгрияның башҡорттары тураһында шул дәүерҙә йәшәгән ғәрәп-фарсы авторҙары яҙып ҡалдырғандар. Матьяш Сёллёси үҙенең башҡорт-мадьяр бәйләнештәрен һүрәтләгән фотопроектын тормошҡа ашырыу буйынса сәфәрен Хәйбулла районынан башланы. Уны Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, тәржемәсе Гөлсәсәк Бүләкова һәм ғилми-етештереү үҙәгенең филиалы – «Ирәндек» музейы-ҡурсаулығы директоры Лилиә Сиражитдинова оҙатып йөрөнө. Башта фоторәссамдың ижади экспедицияһы Аҡъяр ауылының Район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Бында уларҙы музей хеҙмәткәрҙәре һәм «Ҡош юлы» халыҡ ансамбле ҡаршы алды, улар башҡорттарҙың йорт-йыһазын, ҡымыҙ, талҡан яһау процессын, халыҡ уйындарын күрһәтте. Артабан фоторәссам Иләс ауылына юл тотто, урындағы мәҙәниәт йортоноң «Етегән» фольклор коллективы «Килен һөйөү» һәм «Ҡот саҡырыу» милли йолаларын сәхнәләштерҙе, шулай уҡ ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ эшләү буйынса оҫталыҡ класы ойошторҙо. Иләстәр Матьяшты башҡорт милли ризыҡтары, самауыр сәйе менән һыйланы. Әбүбәкерҙә «Бүләк» йыр һәм бейеү ансамбле башҡорт халыҡ уйындарын күрһәтте, ә «Ташлы буйы ынйылары» фольклор ансамбле йөн ҡайнатыу, һарыҡ йөнөнән юрған эшләү ғәмәлдәре менән таныштырҙы. Һаҡмар-Наҙарғол ауылында Матьяш ҡорот әҙерләүҙе фотоға төшөрҙө. Бәләкәй Арыҫланғолда уға кәзә йөнөнән шәл һуғыу процесы күрһәтелде. Фоторәссам ҡунаҡ булған ауылдарҙа башҡорт мили кейем-һалымы, йорт йыһаздары, биҙәүестәре, ашамлыҡтары, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.





Башҡортостанда бер нисә тапҡыр булдым. Миңә бында бик оҡшай, республика сағыу һәм ҡыҙыҡлы, мин уның тураһында тағы ла күберәк белергә һәм яҡшы социаль һәм портрет фотоһүрәттәр төшөрөргә теләйем. Хәйбулла районына тәүге тапҡыр килдем. Климат, тәбиғәт шарттары Венгрияла һымаҡ, шуға был көҙгө һауа торошо миңә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырманы. Уйлауымса, хәҙерге ваҡытта Румынияла йәшәгән мадьяр төркөмө – секейҙар менән башҡорттарҙың уртаҡ һыҙҙаттары бар: мәҙәниәт, кейем-һалым һәм туҡымалар бик оҡшаш. Минең фотолар үҙемдең шәхси сайтымда, Венгрия Сәнғәт академияһының сәхифәһендә, Фейсбукта, Инстаграмда, 2000 pereodica сайтында һәм Венгрия музейҙарында күрһәтеләсәк. Башҡорт милли йолалары бик ҡыҙыҡлы. Башҡорт ашамлыҡтары ла тәмле, улар араһында айырыуса үҙенсәлеклеләре лә бар. Љорот-эремсектәрҙең һәр төрлөһөн, ҡара һағыҙҙы тәмләп ҡарап ғәжәпләндем. Хәйбулла халҡы алсаҡ, ҡунаҡсыл һәм киң күңелле. Мин уларҙың һәр береһе менән танышыуыма шатмын. Хәйбуллаларҙың мине йылы ҡабул итеүҙәренә, бүләктәренә, күстәнәстәренә рәхмәтлемен. – тине Матьяш Сёллёси.
Читайте нас