Яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 13:31

Мәмбәттә һөт цехы асыласаҡ

Мәмбәт ауылынан Эльвира Ғәбитова крәҫтиән (фермер) хужалығының башлығы ғына булып ҡалмай, ул 2018 йылдан «Мәмбәтбай» кооперативының рәйесе вазифаһын да үтәй.
2018 йылда «Мәмбәтбай» кооперативы 2,73 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған. Был аҡсаға кооператив һөт эшкәртеү буйынса ҡорамалдар һатып алған. Хәҙер һөт цехында уның асыу алдынан һуңғы әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡорамалдар ҡуйылған, электр, һыу, канализация үткәрелгән. Барлыҡ әҙерлек эштәре тамамлағандан һуң, кооператив пастеризацияланған һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, ҡатыҡ һымаҡ һөт ашамлыҡтарын етештерә аласаҡ.
Цех янында ашхана бинаһы урынлашҡан, уның хужаһы шулай уҡ Эльвира Мәүләм ҡыҙы булып тора. Бында хужалыҡтың эшселәре генә түгел, ауыл аша үткән водителдәр ҙә, урындағы халыҡ та туҡлана ала. Бынан тыш ашханала төрлө тантаналар, мәжлестәр уҙғарыла.
Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ бында ғына туҡтап ҡалырға уйламай, уның ниәттәрендә – яңы ҡорамалдар һатып алыу һәм ферманы яңыртыу. Уға һәр эшендә уңыштар ғына юлдаш булһын тип теләргә генә ҡала.
Читайте нас