Бөгөн Хәйбулла районының башҡа дөйөм белем биреү ойошмаларында һымаҡ, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбендә лә “Этношәмбе” сараһы уҙҙы. Бында “Ҡош юлы” фольклор ансамбле (етәксеһе – М. И. Ишемғолова) ҡатнашты.
Мәктәп уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре күрһәтелде, бишек йырҙары, таҡмаҡтар, оҙон көйәр башҡарылды, бейеү элементтары тәҡдим ителде. Балаларға бындай сара бик оҡшаны, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт милли мәҙәниәте буйынса байтаҡ мәғлүмәт алды.