Яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 04:38

Хәйбулла ҡыҙы – шахмат буйынса Рәсәй чемпионы!

2-10 октябрҙә Һамар өлкәһендә ауыл ерендә йәшәгән мәктәп уҡыусылары араһында шахмат буйынса Бөтә Рәсәй бәйгеһе уҙҙы. 37 команда составында Рәсәй Федерацияһының 18 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, 142 шахматсы ҡатнашты. Иглин, Хәйбулла, Шишмә һәм Әлшәй районы спортсылары, шул иҫәптән беҙҙең райондан 15 мәктәп уҡыусыһы республика данын яҡланы.
Ете көн дауамында ҡатнашыусылар классик шахматтарҙы көс һынашты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призлы урындар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа булып сыҡты:
• «11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар» категорияһында: I урын – Сәмиғә Шәйхисламова (тренеры Р.А.Мәмбәтов);
• «9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар» категорияһында: III урын – Наҙгөл Иҙрисова (тренеры Р.А.Мәмбәтов).
Төп турнирҙан тыш башҡа ярыштар һәм мәҙәни-күңел асыу саралары ойошторолған. Дмитрий Цыкалов ФИДЕ мастеры Н.Орлов менән көс һынашып ҡараған, Данил Билалов һәм Сәмиғә Шәйхисламова шахмат мәсьәләләрен сисеү конкурсында ҡатнашҡан, футболсылар мини-футбол буйынса турнирҙа Башҡортостан данын яҡлаған. Ә квест-уйында Хәйбулла районы ҡыҙҙарының командаһы беренсе урын яулаған.
Артабан 6 баланан торған беҙҙең команда Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында уҙғарыласаҡ халыҡ-ара турнирға юллана. Уларға еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас