Татыр-Үҙәк ауылы пенсионеркаһы үҙенең фатирын һатҡанда, интернеттағы мутлашыусыға ышанып аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
65 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың полицияға һөйләүе буйынса, Татыр-Үҙәк ауылында үҙенең фатирын һатырға теләп ул «Авито» сайтына иғлан яҙған.
Тиҙҙән уға фатирҙы алырға теләүсе бер ир шылтыратҡан. Мутлашыусы фатирҙың урынлашыуы һәм планировкаһы оҡшауы тураһында әйтеп, уға алдан түләргә вәғәҙә иткән.
Хужабикә иргә үҙенең банк картаһының номерын хәбәр иткән. Бынан һуң мутлашыусы уға яҡындағы банкоматҡа барып бер нисә операциялар яһауҙы һораған. Барлыҡ күрһәтмәләрҙе үтәгәндән һуң, пенсионерканың картаһынан 20 меңгә яҡын аҡсаһы юҡ булған. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, полиция мутлашыусыны эҙләй.