Яңылыҡтар
12 Октябрь 2019, 09:29

Гәзиткә яҙылыусылар йәрминкәлә бүләк отто

12 октябрҙә районда Бөтә халыҡ гәзиткә яҙылыу көнө билдәләнде.


Ауыл хужалығы йәрминкәһе үткән муниципаль район хакимиәте бинаһы янындағы майҙанда “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм "Хайбуллинский вестник" гәзиттәренә 2020 йылдың 1-се яртылығына яҙылыу майҙансығы ойошторолдо, дөйөм алғанда 50-гә яҡын кеше яҙылды.


Гәзит уҡыусыларҙы концерт программаһы, 12 октябргә тиклем “районка”ға яҙылып өлгөргәндәр һәм ошо көндә яҙылыусылар “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренән бүләктәр отто. Шулай уҡ гәзитебеҙҙең махсус викторинаһында ҡатнашып, дөрөҫ яуап биреүселәр ҙә бүләк алды. Бынан тыш, ошо көндө гәзиткә яҙылған һәр унынсы кешегә, районканың иң элекке һанын алып килеүсегә махсус приз бирелде.
Читайте нас