Яңылыҡтар
12 Октябрь 2019, 04:57

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнө.

Башҡортостандың Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы тураһында” законы менән раҫлана. Гербтың авторы — рәссам Фазлетдин Ислахов. Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы башҡорт милли орнаменты менән уратып алынған түңәрәк эсендәге ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында төшөрөлгән Салауат Юлаев һәйкәле (скульптор С.Д.Тавасиев) һүрәтенән тора. Аҫтында ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостан дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ буйына “Башҡортостан” тип яҙылған. Гербтың һүрәтендә Салауат Юлаев һәйкәле һәм орнамент — алтын төҫөндә, ҡурай сәскәһе — йәшел, ҡояш — асыҡ алтын, ҡояш нурҙары — һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон — аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡарағусҡыл алтын төҫкә буялған.


Башҡортостандың Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны тураһында” законы менән раҫлана. Гимн көйөнөң авторы Фәрит Иҙрисов (“Республика” әҫәре), һүҙҙәренең авторҙары — Рауил Бикбай, Рәшит Шәкүр. Башҡортостандың Дәүләт гимны башҡорт һәм урыҫ телдәрендә оркестр, хор, оркестр-хор йәки башҡа вокаль һәм инструменталь варианттарҙа башҡарыла.

Читайте нас