Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 06:36

Яҡташыбыҙҙы ҡеүәтләйек!

Республика көнөндә, 11 октябрҙә, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат сабышы турнирының финалы була. Барлыҡ этап ярыштарының еңеүселәре, Белорет, Бишбүләк, Борай, Дүртөйлө, Дыуан, Илеш, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡыйғы, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Хәйбулла спортсылары төп чемпион титулы өсөн көс һынашасаҡ.
Был турнир Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығын билдәләү сиктәрендә уҙғарыла. Бында тик «Аҡбуҙат» ипподромының башҡорт тоҡомло аттар ҡатнаша.
Финал турниры 14:00 сәғәттә башлана, инеү бушлай. Тамашасылар араһында туристик юллама һәм өс смартфон уйнатыласаҡ.
Хәйбулла районынан сыҡҡан барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы беҙҙең Виталий Рогалевты ҡеүәтләргә саҡырабыҙ!
Читайте нас