Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 07:28

Гран-при Хәйбуллаларҙа

27 сентябрҙә Сибайҙа мөнәжәтселәрҙең VII асыҡ төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Бәйгелә 25 соло башҡарыусылар һәм 14 коллектив – йәмғеһе 100-ән ашыу кеше ҡатнашты.
Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы мөнәжәтселәре ҙур уңыштарға өлгәште. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Түнгәүер» ҡурайсылар йәмғиәтенең рәйесе Илдар Юнысов соло башҡарыусылар араһында Гран-приға лайыҡ булды. Мөнәжәт номинацияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре сәсәниә Фәниә Арыҫланова II урын алды. Миңзифа Ишемғолова менән Хәмиҙә Ҡунысбаеваның дуэты һәм «Сәсәндәрҙең халыҡ мәктәбе» коллективы (етәксеһе – М. И. Ишемғолова) нәсихәт номинацияһында III урынға эйә булды.
Читайте нас