28 сентябрҙә Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат сабышы турнирының 12-се этабы уҙғарыла.
Был этапта республиканың Бәләбәй, Ғафури, Кушнаренко, Хәйбулла һәм Яңауыл районы атлылары ҡатнаша.
Ҡағиҙәләр буйынса турнир ике этапта үтә: башта беренсел ярыштарҙа район чемпионы билдәләнә, артабан дүрт чемпион һәм дүрт көмөш призерҙары йәрәбә буйынса эләккән «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында үҙ-ара көс һанашасаҡ.
Был турнир Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығын билдәләү сиктәрендә уҙғарыла. Бында тик башҡорт тоҡомло аттар ҡатнаша.
«Терра Башҡортостан» ат сабышы турнирының финал бәйгеләре Республика көнөндә – 11 октябрҙә үтәсәк.