Яңылыҡтар
23 Сентября 2019, 10:59

Венгр фотографы Матьяш Сёллёси Хәйбуллала

Венгр фоторәссамы Матьяш Сёллёси Хёйбулла районына килде. Бөгөн уның ижади экспедицияһы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында урындағы фольклор менән танышыуҙан башланды. Сит ил ҡунағын район үҙәгенең тарих-крайҙы өйрәнеү музейында “Ҡош юлы” фольклор ансамбле йырлап-бейеп ҡаршы алды. Улар шулай уҡ милли уйындар уйнап та күрһәтте.
Артабан Матьяш Сёллёси төбәктең Иләс, Әбүбәкир, Һаҡмар-Наҙарғол һәм Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылдарына юллана. Иләстәр рәссамға “Килен һөйөү”, “Ҡот саҡырыу” йолаларын сәхнәләштерһә, әбүбәкирҙәр йөн тетеп күрһәтәсәк. Һаҡмар-Наҙарғолда милли ризыҡ—ҡорот яһау менән танышһа, вәзәмдәр кәзә дебетенән шәл бәйләйәсәк.
Матьяш Сёллёси сәфәре барышында тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһы күсмәй торған мәҙәни мираҫы объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-производство үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Гөлсәсәк Бүләкова һәм "Ирәндек" үҙәге директоры Лилиә Сиражетдинова оҙатып йөрөй.
Читайте нас