24 сентябрҙә Аҡъяр ауылы, С. Юлаев урамы, 31-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) сәғәт 14:30-17:30 Башҡортостан Республикаһының “Дәүләт кадастр баһалауы һәм техник инвентаризациялау” дәүләт учреждениеһы белгестәре «Дача амнистияһы» сиктәрендә күсемһеҙ милекте хосуслаштырыу буйынса бушлай консультациялар уҙғара.
«Дача амнистияһы» 2020 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды.
Хәҙер граждандар тағы ике йыл шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарын, ер участкаларын һәм ҡаралтыларын ябайлаштырылған тәртиптә мөлкәткә рәсмиләштерә ала.
Атап әйткәндә, кадастр паспортын рәсмиләштереү процедураһын урап үтеп – ергә, ә өйгә уны файҙаланыуға тапшырыуға мотлаҡ рөхсәтһеҙ ҙә таныҡлыҡ алырға мөмкин.