Яңылыҡтар
11 Сентября 2019, 04:54

Таналыҡ йылғаһынан бер ирҙең кәүҙәһен сығарғандар

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡъяр ауылы янында Таналыҡ йылғаһында бер ирҙең һыу төшөүе фажиғә менән тамамланды.


9 сентябрҙә йылғанан ирҙең кәүҙәһен сығарҙылар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, иҫерек көйөнсә һыу төшөү урындағы кешенең үлем сәбәбе булыуы мөмкин.


«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 2019 йыл башынан республикала 51 кеше, шул иҫәптән ете бала батып үлгән.