

Милли бейеү көнө айҡанлы 1-се Мырҙа ауылда күренекле бейеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Мөхәмәт Рамаҙан улы Иҙрисовтың тормошона һәм ижадына арналған мәғлүмәт сәғәте үтте.
Ул 1920 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны 2-се Мырҙа ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1939 йылда Баймаҡ районы руднигында башлай. 1941 йылда Республика художестволы үҙешмәкәрлек смотрында уңышлы сығыш яһағандан һуң Мөхәмәт Рамаҙан улы Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте Һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусылар составына индерелә. Атаҡлы Фәйзи Ғәскәров уны Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡыра, унда Мөхәмәт Иҙрисов 1963 йылға тиклем эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул фронт бригадаһы составында алғы һыҙыҡта концерттарҙа сығыш яһай, йөҙҙән ашыу тамашала ҡатнаша.
Мөхәмәт Иҙрисов «Байыҡ» бейеүен беренсе һәм легендар башҡарыусыһы. Фәйзи Ғәскәровҡа үҙенең «Байыҡ» бейеүен күрһәткәс, билдәле хореограф уға бер аҙ төҙәтмәләр индерә һәм башҡа бер ҡасан да бер нәмәне лә үҙгәртмәүен һорай. Мөхәмәт Рамаҙан улының ысын халыҡ колоритын сағыу сағылдырған бейеүе Башҡортостандың танылған милли символдарының береһенә әүерелде.
Күренекле артистың үҙенсәлекле таланты "Байыҡ", "Өс быуын", "Йылға буйында", "Бүләк" бейеүҙәрендә тулыраҡ асыла. Мөхәмәт Иҙрисов Вьетнам, Һиндостан, Бирма, Непал, Бельгия һәм башҡа сит илдәрҙә халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән уңышлы сығыш яһай. «СССР халыҡтары бейеүҙәре» дәүләт концерты программаһында ҡатнаша, ил буйлап күп гастролдәрҙә йөрөй.
1953 йылда Румынияның баш ҡалаһы Бухарестта үткән 4-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Мөхәмәт Иҙрисов лауреат була, уға алтын миҙал тапшырыла. 1960 йылда бөтә Союз эстрада артистары конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була. Ул Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте Һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновскиҙа (1968) һәм Ленинградта (1969) Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт көндәрендә ҡатнаша. Ул Свердловск киностудияһы сығарған «Сыңрау торна» фильм-балетында роль башҡара.
Мөхәмәт Иҙрисов «Почет Билдәһе» ордены һәм 2-се дәрәжә Камбоджа дәүләт ордены менән бүләкләнә. Уға «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Мөхәмәт Рамаҙан улы 2012 йылдың 4 февралендә 92 йәшендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.
Мөхәмәт Рамаҙан улы - беҙҙең ерҙең ғорурлығы. Күптәребеҙ өсөн ул артист ҡына түгел, ә башҡорт хореография сәнғәтен үҫтереүгә йәнен һалып, халҡыбыҙ мәҙәниәтен данлаған кеше.