AY YOLA төркөмө солисы Адель Шәйхетдинованың Алексей Хәйеровҡа кейәүгә сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Моңло тауышлы, матур йырсы ҡыҙҙың йөрәген яулаусы кем һуң ул?
Алексей Хәйеров – 32 йәшлек эшҡыуар Һәм спортсы. Уның да үҙ мөхитендә билдәле һәм төрлө яҡлы шәхес булыуы асыҡланған. Эшҡыуарлыҡ һәм спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, Алексей – сәйәхәтсе, блогер, гедонист. Йәш кешенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Ғаилә, спорт һәм бизнес" тигән өҫтөнлөктәр билдәләнгән. Уның яратҡан фразаһы: “Һиңә күңелһеҙ түгел, һин – күңелһеҙ”.
Алексей 1994 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуған. Уның ата-әсәһе мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе менән бәйле түгел. Әсәһе профессиональ рәүештә спорт менән мауыға, йыш ҡына улы менән бергә «ғаилә командаһы сараларында» ҡатнаша. Алексей Хәйеров ӨДНТУ-ны тамамлаған. Үҙе уҡыған технология факультетының спорт ойоштороусыһы булған. Артабан Нефть-газ бизнесы институтының магистратураһында белем алған. «Башнефть» компанияһында эшләй, «Роснефть» компанияһының ҡышҡы һәм йәйге спартакиадаһында сығыш яһай, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һәм «Беҙ йондоҙҙарҙы ҡабыҙабыҙ» конкурстарында ҡатнаша. Шулай уҡ ул спорт сараларын алып барыусы сифатында йәлеп ителә, Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнаша.
Посттарына ҡарағанда, Алексейҙың Краснодар крайында туризм һәм спорт менән бәйле үҙ бизнесы бар. Ул үҙ эшен ситтән алып бара, был төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итергә һәм экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.
Адель социаль селтәрҙә Һөйләүенсә, улар Алексей менән ресторанда танышҡан. Адель гастролдәрҙә булған сағында егет һөйгәнен күреү өсөн төрлө ҡалаларға килә, ә һуңынан тыуған ҡалаһына ҡайта. Социаль селтәрҙәрҙә үҙенең ҡайтыуын ул республикала популяр булған “Өйҙә эшләү – бәхет!» тигән һүҙҙәр менән билдәләй.
Матур пар, мөнәсәбәттәрен ЗАГС-та теркәгәндән һуң, ял итергә юлланған. Туй әлегә булмаған, әйтеүҙәренсә, тантананы киләһе йылда ойоштороу планлаштырыла.
Сығанаҡ: "Башинформ" агентлығы https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-10-06/za-kogo-vyshla-zamuzh-solistka-gruppy-ay-yola-4668837
Фотолар Алексея Хәйеровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. (vk.ru/hairov11)
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-07/y-yola-yyrsy-y-adel-dil-kemg-key-g-sy-an-4838297