МӘҘӘНИӘТ
28 Сентября , 11:02

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне

Киләһе аҙнала, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо уңайҙан ниндәй ҡыҙыҡлы саралар көтөлөүен хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләнеБашҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне
– 9 октябрҙә Ленин исемендәге паркты асырға әҙерләнәбеҙ. Асылда иһә был – парктың яңынан тыуыуы, ул бөтөнләй икенсе буласаҡ. Асыу тантанаһында Һаҡлыҡ банкы президенты Герман Греф ҡатнаша. Һаҡлыҡ банкының финанс һәм интеллектуаль ярҙамы бөтә хыялдарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ниһайәт, партия өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл төҙөү буйынса эштәрҙе тамамлайбыҙ, 9 октябрҙә уны асырға тәҡдим итәм. Сквер әҙер, һәйкәлде ҡуйырға, яҡтыртырға кәрәк. Был республикабыҙҙың талантлы һәм көслө етәксеһенә рәхмәт билдәһе.

Өфө байрамға яңы объекттар әҙерләй, тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров территориаль органдар һәм бөтә власть структуралары етәкселәрен, муниципалитет башлыҡтарын Республика көнөн билдәләүҙе ойоштороуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

 

Сығанаҡ: Башинформ. https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-09-28/bash-ortostan-bashly-y-respublika-k-n-n-arnal-an-saralar-ha-ynda-yl-ne-4668279

 

Автор:
Читайте нас