

Был турала артистар 1 сентябрҙә социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте.
Яңы йыр «Amanat» тип атала. Яңы композиция элеккеләре кеүек үк стилистикала ижад ителә. Музыканттар башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы сюжеттарынан илһамлана.
Клиптың кадрҙарында милли колорит атрибуттары: турһыҡ, ҡумыҙ һәм думбыра, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистарында башҡорт костюмдары күренеп ҡала. Йыр тиҙҙән сығырға тейеш, музыканттар әлегә аныҡ ваҡытын әйтмәй.