

Был күркәм кисә яҡташыбыҙ — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың IV һәм V саҡырылыш депутаты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Илъясова менән осрашыуҙан башланды.
Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы тамашасыларға үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, һәр юлы менән күңелдәрҙе елкендерҙе. Ул бөйөк Салауат Юлаевтың "Мин үлмәнем, башҡорттарым!" шиғырын айырыуса яратыуын һөйләне. Шағирә халыҡты бөгөнгө заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, иңгә төшкән һынауҙарҙы рух ныҡлығын ҡаҡшатмай еңеп йәшәргә өндәне.
Йылы осрашыуҙан һуң, шиғри ижад кисәһен Сибай концерт-театр берекмәһе (филармонияһы) артистары дәрләндереп дауам итте. Күптәрҙең яратҡан артистары беҙгә "Һөйгәндәр генә сибәр" тип аталған иҫ киткес концерт программаһын бүләк итте. Концерттың исеме үк есеменә тап килде: сөнки мөхәббәт, һөйөү хисе кешегә һәр саҡ йәшәргә көс бирә, яңы үрҙәргә һәм бөйөк еңеүҙәргә әйҙәй!
Көслө, дәртле, талантлы йәш йырсыларҙың, бейеүселәрҙең һәм танылған атҡаҙанған артистарҙың сығыштарына халыҡ таң ҡалды, һоҡланды. Оҫта алып барыусылар тамашасыларҙың күңелен ҡуҙғатып, залды ҡуҙғытып ебәрҙе: халыҡ артистарға ҡушылып йырланы ла, дәррәү төшөп бейене лә! Сәхнә менән зал араһындағы сиктәр юйылды, бер бөтөнлөк урынлашты.
Был сихри кисә бер һүҙһеҙ йылы ҡабул ителде, көслө алҡыштар менән оҙатылды. Беҙгә рухи аҙыҡ, онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар бүләк иткән һәләтле артистарыбыҙға сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Йомабикә Сәләхетдин Өфө ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған ижади кисәнән һуң ауыл китапханаһында ҡунаҡта булды. Йылы осрашыуҙа райондың Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илүзә Таһир ҡыҙы Кәримова ла ҡатнашты. Билдәле яҡташыбыҙ китап күргәҙмәләрен байҡаны, китап фонды менән яҡындан танышты. Бала саҡтан таныш китап еҫе, ҡәләм эйәһенә яҡын булған рухи мөхит һәр кемдә тулҡынландырғыс хистәр уятты.
Осрашыу барышында йәнле әңгәмәләр ҡоролдо, фекер алышыуҙар булды. Аҙаҡтан Өфө ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөйөк ҡунаҡ менән бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө.