МӘҘӘНИӘТ
20 Августа , 17:30

Башҡортостан яҙыусыларына – дәүләт стипендияһы

Аҡсалата ярҙамға 24 күренекле нәфис һүҙ оҫтаһы менән бергә йәштәр ҙә лайыҡ булды.

Башҡортостан яҙыусыларына – дәүләт стипендияһыБашҡортостан яҙыусыларына – дәүләт стипендияһы
Башҡортостан яҙыусыларына – дәүләт стипендияһы

Рәсәйҙә, 1993 йылдағы Президент Указына ярашлы, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, шулай уҡ йәш авторҙарға дәүләт стипендияһы тапшырылып килә. Аҡсалата ярҙам әҙәбиәт, кинематография, дизайн, архитектура, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, музыка, театр, цирк һәм башҡа сәнғәт төрҙәре вәкилдәренә яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән тапшырыла. Уның күләме – 72 мең һум. Дәғүәселәрҙе ижади берләшмәләр идараһы һайлай.

Быйылғы һөҙөмтәләр буйынса, Башҡортостандан 24 танылған яҙыу оҫтаһы дәүләт ярҙамына лайыҡ булған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай һәм Лариса Абдуллина, шулай уҡ Фәрзәнә Аҡбулатова, Айгиз Баймөхәмәтов, Михаил Чванов, Юрий Горюхин һәм башҡалар бар.

Стипендия, ижади эшмәкәрлеге менән күптән абруй яулаған оҫталарҙан тыш, йәш авторҙарға ла тапшырыла. Улар араһынан Кристина Андрианова, Таңсулпан Байтимерова, Заһиҙә Мусина, Айбулат Сәсәнбаев, Рәзинә Урманшина һәм Дилә Хәйретдиноваларға уңыш йылмайған. Әйткәндәй, Таңсулпан – беҙҙең хеҙмәттәш, уның өсөн ныҡ шатбыҙ һәм ихлас ҡотлайбыҙ!

БР Яҙыусылар союзы, бындай ярҙам ил етәкселегенең әҙәби мөхит вәкилдәре ихтыяждарына иғтибары тураһында һөйләй, тип билдәләй. Ойошма РФ Яҙыусылар союзы рәйесе, Президент ярҙамсыһы Владимир Мединскийға рәхмәт белдерә. Уның ярҙамы илдә яҙыусы хеҙмәтенең баһаһын арттырыуға хеҙмәт итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл май айында Өфөгә эш сәфәре менән килгән сағында В. Мединский Башҡортостан яҙыусылары менән осрашты. Сәфәренән һуң ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты, Өфөнән һәр саҡ яҡшы кәйефтә китеүен әйтте, республика Башлығы Радий Хәбировтың яҙыусыларға күрһәткән иғтибарын айырым билдәләне. Владимир Мединский илдең башҡа төбәктәре етәкселәрен, мәҙәниәт өлкәһе өсөн яуаплыларҙы Өфөгә килергә һәм мотлаҡ Яҙыусылар йортон күреп китергә саҡырҙы. Уны тарихи Өфөнөң ынйыһы ғына түгел, ә яҙыусылар берлеге менән алып барылған ғәҙел эш өлгөһө лә тип атаны.

Мәғлүмәт: mgazeta.com/news/novosti/... 

Автор:
Читайте нас