МӘҘӘНИӘТ
8 Августа , 08:34

Өләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағы

Аҡнаҙар ауылы ағинәйҙәре «Өләсәйҙәр мәктәбе» проекты эшмәкәрлеге сиктәрендә балаларға тәбиғәт ҡосағында боронғо халыҡ уйындарын өйрәткән.

Өләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағыӨләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағы
Өләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағы

Оҙаҡ йылдар дауамында уҡытыусы булып эшләп, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған ағинәй Роза Сөләймән ҡыҙы балаларға уйындың шарттарын өйрәткәндән һуң барыһы ла бергәләшеп «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерен яулыҡ», «Бесәй -сысҡан» уйындарын күңелдәре булғансы уйнағандар.

- Был боронғо уйындар балаларға ла бик оҡшаны, үҙҙәренең тиңдәштәре менән таныштылар, тағы ҡасан осрашабыҙ тип таралыштылар, - ти ойоштороусылар. Уйындар тамамланғас ауыл ағинәйҙәре балалар менән бергәләп махсус хәрби операцияла йөрөүсе егеттәребеҙгә ниәтләп шифалы үләндәр йыйған. Бына шулай ваҡыттарын тәбиғәт ҡосағында балалар менән бергә күңелле лә, файҙалы ла уҙғарған Аҡнаҙар ағинәйҙәре.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы

https://vk.ru/wall-207714147_13030

Өләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағы
Өләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағы
Өләсәйҙәр мәктәбе - тәрбиә усағы
Автор:
Читайте нас