

25 июлдә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексында инде йолаға әйләнгән “Шүлгән-фест” үтә, ул музейҙың асылыу көнөнә арнала.
Байрам программаһында уҡтан атыу буйынса Шүлгәнташ кубогына ярыштар, милли көрәш буйынса Урал батыр кубогына турнир ойошторола, кәсепселәр йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре үтә. Ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренә оҡшаған шөғөлдәр буйынса ҡатнаша ала.
Фестивалде республиканың танылған артистары Рәсүл Ҡарабулатов, Заһир Иҫәнсурин, Нәркәс Сиражетдинова, “Дәрүишхан” төркөмө һәм Нәжип Юлдашбаев, DJ Хан ҡатнашлығындағы концерт йомғаҡлай.
“Шүлгәнташ” музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә асылды. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй, Беларус, Ҡаҙағстан, Монголиянан алдынғы ғаимдар ҡатнашты.
– Был музейҙы бик оҙаҡ һәм ентекле төҙөнөк. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тарихи-мәҙәни мираҫты һәр кем күрә алһын, тип тырыштыҡ. “Шүлгәнташ” мәмерйәһе – кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килеү үҙәге. “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” һәм башҡа боронғо эпостар уның менән бәйле. Ул – республикабыҙҙың йөрәге, йәне, – тигәйне Радий Хәбиров.
Хәҙер “Шүлгәнташ” – йәнле музей майҙаны, унда килеүселәр экспонаттарҙы күреп кенә ҡалмай, ә тотоп та ҡарай, интерактивтарҙа ҡатнаша, “мәмерйәгә һүрәт” төшөрә һәм видеояҙмалар эшләй ала. Бында боронғо һүрәттәрҙең теүәл күсермәһе, ҡаҙыу ваҡытында табылған януарҙарҙың һөйәктәре, минералдарҙың уникаль коллекциялары бар.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә музей бик күп абруйлы премиялар лауреаты булды: “Russian Event Awards”та – Гран-при, «Башҡортостан туриндустрияһы лидерҙары» конкурсында еңеү, ә быйыл музей эше өлкәһендә Д.С. Лихачев исемендәге III милли премияның «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеүгә өлгәште.
– Был еңеү донъяға ысын милли байлыҡты – боронғо рәсемдәрҙе, артефакттарҙы, легендаларҙы, Башҡортостандың йәнен һаҡлауыбыҙҙы һәм күрһәтеүебеҙҙе таныу. Быны илдең иң яҡшы музейҙары менән бер рәттән эшләйбеҙ, – тип билдәләй музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов.
Палеолит осоронда мәмерйә ҡаяларына төшөрөлгән уникаль һүрәттәрҙе һаҡлаған “Шүлгәнташ” мәмерйәһе былтыр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.
Боронғолоҡ тынын, халыҡ йолалаларын тойорға, рух күтәренкелеге кисерергә теләһәгеҙ, 25 июлдә байрамда ҡатнашығыҙ, дуҫтар!
Фото: vk.ru/shulgantashcave
Автор:Равиля Гатауллина.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-07-17/sh-lg-n-fest-a-kilege-4754869