МӘҘӘНИӘТ
19 Июля , 17:38

Ижади мөмкинлектәр киңәйә

Быйыл 20 райондағы 100 мәҙәниәт усағын яңыртыуға финанс ярҙамы биреү ҡаралған.

Ижади мөмкинлектәр киңәйәИжади мөмкинлектәр киңәйә
Ижади мөмкинлектәр киңәйә

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһен үҫтереү, учреждениеларҙы яңыртыу эше эҙмә-эҙлекле дауам итә. Быйыл ғына ла халыҡҡа өҫтәмә мөмкинлектәр биргән алты объект асылыуы күҙаллана.

Ыңғай үҙгәрештәргә “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы, “Ғаилә”, шулай уҡ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекттарында, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектында, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Пушкин картаһы” федераль проекттарында ҡатнашыу ярҙам итә.

Мәҫәлән, быйыл “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса күләмле үҙгәрештәр планлаштырылған. “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлешенә ярашлы, республиканың 20 районындағы йөҙ мәҙәниәт усағына акустика системаһын, яҡтыртыу, сәхнә өсөн мультимедиа ҡорамалдарын яңыртыуға, ижади коллективтарға сәхнә кейемдәре, тамашалар залына ҡәнәфиҙәр, башҡа йыһаз, офис техникаһы, музыка ҡоралдары һатып алыуға финанс ярҙамы биреү ҡаралған.

Бынан тыш, программаның “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” һәм “Театрҙар – балаларға” йүнәлештәре репертуарҙы яңыртырға ла мөмкинлек бирә. Ярҙамды Башҡортостандың туғыҙ театры ала, был иһә уларҙа йәмғеһе туғыҙ яңы спектакль ҡуйыла, тигән һүҙ.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты 2017 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – халыҡҡа ижади һәләттәрен күрһәтеүгә киңерәк юл асыу, төпкөлдә йәшәгәндәргә мәҙәни сараларҙы күреү мөмкинлеген булдырыу.

Тағы бер күләмле ярҙам – ул, әлбиттә, “Ғаилә” милли проекты. Ул 2022 йылдан алып уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның эсендәге “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” тигән федераль программа 2024 йылдың аҙағына тиклем айырым “Мәҙәниәт” атамаһы менән ғәмәлгә ашырылған милли проектты алмаштырҙы. БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, быйыл ошо йүнәлешкә ярашлы Ишембай районының Кинйәбулат ауылында мәҙәниәт йорто, Белем байрамы көнөндә Салауат ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбе асыу ниәтләнә, йыл аҙағына тиклем тағы ла дүрт объектты тапшырыу һәм 29 мәҙәниәт усағына заманса ҡорамалдар алыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, һигеҙ мәҙәниәт учреждениеһы халыҡ йолаларын һаҡлау һәм популярлаштырыу, республика халҡының ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ижади проекттар буйынса эшләй.

Мәҙәниәт өлкәһендәге матур үҙгәрештәргә миҫал итеп Асҡын районын алайыҡ. Бындағы үҙәк китапхана Рәсәй субъекттары араһында федераль бюджеттан субсидия алыуға конкурста еңеүселәр араһына ингән. “Ғаилә” милли проекты буйынса, китапхана төҙөүгә 15 миллион һум аҡса бүленгән.

Бында ҡайһы бер ҡорамалдар һатып алынған да инде. Мәҫәлән, килеүселәрҙе “Маша” роботы сәләмләп ҡаршылай, ә VR-күҙлектәр виртуаль донъяға “инергә” ярҙам итә башлаған. Интерактив комплекстар – балаларҙы уҡыу менән ҡыҙыҡһындырырға, светодиодлы экран – һәр төрлө сараны күргәҙмә материалдар менән тәьмин итергә, оҙон буйлы ҡурсаҡтар һәм өҫтәл уйындары байрам кәйефе тыуҙырырға булышлыҡ ҡыла. Бында хәҙер баҫҡыстан күтәрелеү яйламаһы, техник ҡорамалдар, интерактив мультимедиа китабы, күп функциялы интерактив комплекс, йыһаз, бизибордтар, китапхана навигацияһы ла бар. Асҡын үҙәк район китапханаһын күп функциялы мәғлүмәт-мәҙәниәт майҙансығы, тиергә була.

Матди-техник базаны яңыртыу, өҫтәп әйткәндә, яңы китаптар, матбуғат баҫмалары, интерактив һәм мультимедиа, тауыш, күсермә эшләү ҡорамалдары, уңайлы йыһаз, юғары тиҙлектәге интернет китапхана дуҫтарының ихтыяждарына хеҙмәт итер, тип ышаныслы әйтергә була. Өр-яңы, заман талаптарына тулыһынса яуап биргән уңайлы мөхит белемде арттырырға ла, аралашырға ла, үҙеңде үҫтерергә лә киң юлдар аса.

Асҡын районы биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зимфира Зарифуллина:

– Яңы быуын моделле китапханаһын асыу Асҡын ауылының мәҙәни-мәғрифәти үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Моделле муниципаль китапхана – бөтә ҡулланыусылар өсөн дә асыҡ булған, күп функциялы универсаль мәғлүмәт-мәҙәниәт учреждениеһы.

Фото: Асҡын районы биләмә-ара үҙәк китапханаһынан.

Автор:Равиля Гатауллина

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-07-17/izhadi-m-mkinlekt-r-ki-y-4754795

 

Автор:
Читайте нас