МӘҘӘНИӘТ
3 Июля , 16:30

Ҡурай иле – Хәйбулла

Мәҙәниәт һәм ял паркында бөйөк ҡурайсы, билдәле яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың халыҡ артисы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған «Ҡурай иле – Хәйбулла» тип аталған байрам үтте.

Ҡурай иле – ХәйбуллаҠурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла

Мәртәбәле ҡунаҡтар Йомабай Иҫәнбаевтың һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң мәшһүр ҡурайсыға арналған күргәҙмәләр менән таныштылар.

Милли мәҙәниәтебеҙ менән һуғарылған сағыу байрамда ҡурай, ҡумбыҙ, дөңгөр,  думбыра, оҙон көй буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Республикабыҙҙың ете мөғжизәһенә ингән ҡурай – Башҡортостандың иң аҫыл ҡомартҡыларының береһе ул. Сәхнәнән яңғыраған илаһи ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ата-бабаларыбыҙҙың  аҫыл мираҫы – ҡурай моңо бер ҡасанда тынмаһын, быуаттарҙан быуаттарға рухи оран булып яңғыраһын!

Белешмә

Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев яңы табылған архив сығанаҡтарына (Смаҡ ауылы метрикаһына) ярашлы 1890 йылдың 10 октябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең 1-се Түңгәүер улусының Үрге Смаҡ ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы) тыуған.

Башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы, түңгәүер ҡурайсылар мәктәбенең данлы вәкиле, йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн белгән, башҡарған.

1925 йылдың июнь айында Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А.Луначарскийҙың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитетына килгән телеграммаһы буйынса Парижда асыласаҡ Бөтә донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәреү өсөн ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевты Өфөгә саҡырып алалар. Бер нисә көндән инде ул илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған халыҡ таланттары менән бергә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә була.

Парижда буласаҡ концерттар программаһы Мәскәү тамашасыларына ике тапҡыр күрһәтелә. Милли республикаларҙан килгән артистарҙың, бигерәк тә Йомабай Иҫәнбаевтың сығышы юғары баһа ала.

Францияның баш ҡалаһындағы тәүге концерт 1925 йылдың 20 июлендә була. Совет артистары Париж тамашасылары өсөн бөтәһе 11 концерт ҡуя. Публика һәм музыка белгестәре ҡурайҙы бик оҡшаталар, уның менәнныҡ ҡыҙыҡһыналар. Ҡурайсыға оҙаҡ алҡышлап, һәр саҡ бер нисә тапҡыр сығарып уйнатҡандар. Бер ваҡыт бер француз, сәхнәгә күтәрелеп, ҡурайҙың эсендә ниндәй сер барлығын белеү өсөн, яҡтыға үтә ҡарап, уны тикшерә икән. Шул урында Йомабай Уралдан тамыры менән алып килгән таҡыя башлы ҡурайҙы тамашасылар алдында һигеҙ тотам итеп үлсәй ҙә, үткер бәкеһе менән тиҙ генә ҡырҡып, уйымдарын эшләп, «Байыҡ» көйөн уйнап та ебәрә. Шул саҡ сәхнәгә бер ханым сыға ла, ҡулындағы алтын балдағын Йомабайҙың бармағына кейҙереп, уның ҡулын ҡыҫа.

Өфөгә ҡайтҡас, Йомабай Иҫәнбаевты Башҡорт күсмә драма театрына ҡурайсы-артист итеп эшкә ҡалдыралар.

1927 йылдың йәйендә Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында Бөтә донъя музыка күргәҙмәһенә лә Башҡортостандың данлы ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев ебәрелә. Биш айға һуҙылған был оло сәфәрендә Европа ҡалаларында ойошторолған 54 концертта ҡатнашып, Йомабай Иҫәнбаев тарафынан 55 боронғо башҡорт халыҡ көйҙәре уйнала.

Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев 1929 йылда, тыуған яҡтарына ҡайтып, бер төркөм ауыл ярлылары менән яңы ауылға ойошоп, колхоз төҙөйҙәр. Уны колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. 1930 йылда Й.Иҫәнбаевты Түбәнге Смаҡ ауылына (шулай уҡ колхоз рәйесе итеп) күсерәләр.

1940 йылда уны, нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Унан һуңғы хәбәр – 1941 йылда Ульяновск ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китеп барыуы тураһында яҙған хаты була.

Ул Курск-Орёл йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда Воронеж ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була.

Йомабай Иҫәнбаев – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар береһе. Ул башҡорт музыканттары араһында тәүгеләрҙән булып сит ил сәхнәһендә сығыш яһаған.

1991 йылда ҡурай сәнғәтен пропагандалауҙағы, данын донъяға билдәле итеүҙәге оло хеҙмәттәре өсөн Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Ҡурай иле – Хәйбулла
Автор:Лира Такалова
Читайте нас