МӘҘӘНИӘТ
1 Июль , 09:40

Данияр "Байыҡ"та еңеү яуланы

-

Данияр "Байыҡ"та еңеү яуланыДанияр "Байыҡ"та еңеү яуланы
Данияр "Байыҡ"та еңеү яуланы

26 июндә Өфө ҡалаһында «Байыҡ» республика  балалар телевизион бейеү  конкурсы үтте. Конкурстың финалында Аҡъяр ауылының балалар ижады йорто тәрбиәләнеүсеһе, Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 4-се класы уҡыусыһы Данияр Собханғолов (етәксеһе Юлдаш Хәсән улы Мортазин) 1-се урын яуланы.

Даниярҙы һәм уның етәксеһен бейеү конкурсында лайыҡлы беренсе урын  менән ихлас ҡотлайбыҙ! Даниярға артабан да  уңыштар, яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар  теләйбеҙ. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас