МӘҘӘНИӘТ
29 Июнь , 06:59

Фольклориадала ҡатнашыусылар Ҡурсаҡ театрына барҙы

Балаларға Сергей Тимофеевич Аксаков әҫәре буйынса ҡуйылған «Ал сәскә» спектакле күрһәтелде.

Фольклориадала ҡатнашыусылар Ҡурсаҡ театрына барҙыФольклориадала ҡатнашыусылар Ҡурсаҡ театрына барҙы
Фольклориадала ҡатнашыусылар Ҡурсаҡ театрына барҙы

 III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы уҙғарылған көндәрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бөтә илдән килгән йәш таланттар өсөн үҙ ишектәрен асты. Балаларға Сергей Тимофеевич Аксаков әҫәәре буйынса сәхнәләштерелгән «Ал сәскә» спектакле күрһәтелде.

«Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль проектына ярашлы ҡуйылған спектакль тамашасыларҙы мөхәббәт, изгелек һәм тоғролоҡ тураһында күңелдәргә үтерлек тарих менән таң ҡалдырҙы. Спектаклдең режиссеры - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова. Ҡунаҡтар шулай уҡ 2023 йылдың декабрендә үткәрелгән реконструкциянан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән театр бинаһына ла һоҡланды.

 Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына барыуы мәҙәни алмашыуҙың мөһим өлөшөнә әүерелде.

ФОТО: Пресс-служба Башкирского государственного театра кукол.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас