

Башҡортостанда III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының шаулап-гөрләп барыуы, унда илебеҙҙең бөтә субъекттарынан да тиерлек бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малайҙың ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Фольклориада Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса үткәрелә.
Маҡсаты – йәш таланттарҙы, ҡыҙ һәм малайҙарҙың ижади үҫешенә юл асыу, балалар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, киләсәктә хеҙмәттәшлеккә күпер һалыу. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арнала.
Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙ етәкселеге илебеҙ кимәлендәге оло сараға етди әҙерләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, фольклориада – ул халыҡ дипломатияһы, изгелек һәм яҡшылыҡ өсөн кешелекте берләштереүгә уңайлы мөмкинлек.
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Фәрит улы сараға әҙерлеккә ныҡлы иғтибар итергә ҡушҡайны һәм бына нимә тине:
– Беҙгә Рәсәй Федерацияһының һәр төбәгенән 1100 иң талантлы үҫмер килә. Быны оноторлоҡ түгел. Уны юғары кимәлдә уҙғарырға тейешбеҙ.
Әҙерлек тигәндән, байрам асылғанға тиклем В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов һәм бүтән рәсми вәкилдәр ҡатнашлығында "Торатау" конгресс-холында ҙур матбуғат конференцияһы уҙғарылды.
Луганск Халыҡ Республикаһынан, Чечен Республикаһынан, шулай уҡ Архангельск өлкәһендәге Ненец автономиялы округының Нарьян-Мар ҡалаһынан, республикабыҙҙың Күмертау ҡалаһынан ижади коллективтарҙың унда ҡатнашыуы, хәйер, барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел, шуға асыҡ миҫал.
В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, фольклориаданы үткәреүҙе юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. Тамара Валентиновна билдәләүенсә, бөтә күрһәткестәрҙе алып ҡарағанда ла, республика һәр ваҡыт алдынғы. Мәҫәлән, клубтар буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – лидер. Әйтәйек, илебеҙҙәге 90 проектты тормошҡа ашырырға кәрәк икән, шуның алтыһы беҙҙең республикаға тура килә. Хәйер, Башҡортостан бынан биш йыл элек VI Бөтә донъя фольклориадаһын юғары кимәлдә уҙғарған икән, әлеге байрамдың да матур уҙыуында тамсы ла шик юҡ.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов фольклориаданы ойоштороу урыны итеп Өфөнө һайлағандары, үҙ сиратында, ышаныс белдергәне өсөн Тамара Пуртоваға һәм Рәсәй Мәҙәниәт Министрлығына оло рәхмәтен әйтте һәм Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына әҙерлек тураһында һөйләне.
– Өфөнөң төрлө урындарында үтә байрам, – тине Фәнүр Рәфис улы. – Совет майҙанында фольклориаданы асыу тантанаһы ойошторола, унда, әлбиттә, балаларҙың сағыу сығышы көтөлә. Өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы уларҙың һәр береһендә көтөп ҡалабыҙ. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылында берләшеү, дуҫтар табыу, бәйләнештәрҙе нығытыуға этәргес буласаҡ.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды директоры Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, ниндәй генә осор булмаһын, халыҡ ижады һәр саҡ йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Яңы жанрҙар барлыҡҡа килгән, фольклор иһә алғы һыҙыҡта ла йәшәй.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, республикабыҙҙың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм башҡалар үҙ фекерҙәрен әйтте. Мәктәп уҡыусыһы Әнүр Вахитов иһә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләп ишеттерҙе.
Бынан тыш, Башҡортостан Милли музейында "VI CIOFF Бөтә донъя фольклориадаһының мираҫы" тигән бай йөкмәткеле күргәҙмәгә йыйылды өфөләр һәм ҡунаҡтар. Ул Арыҫлан Оморҙаҡов уйнауында ҡурай моңо менән асылды һәм Азалина Сәйфуллина "Урал батыр" эпосын башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләне.
Алып барыусылар кемдәр тиһегеҙме? "Тамыр" балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре Рәсүл Ниғмәтов менән Әнилә Әлмөхәмәтова һәммәһен дә халыҡ ижады донъяһына алып инде. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында иҫтәлектәр әле һаман күңелдәрҙә һаҡлана, ул саҡта әлеге балалар фольклориадаһына старт бирелде тиеү ысынбарлыҡҡа тура килә.
В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандағы фольклориаданың юғары кимәлдә ойошторолғаны күренеп тора, бөтәһе лә балаларҙың киләсәге өсөн эшләнгәнен тойомларға була. Быға хәтлем Сыуаш Республикаһында һәм Татарстанда үткәрелгән фольклориадаларҙа бындай күргәҙмә ойошторолмаған булған, Өфөләгеһе иһә ифрат бай йөкмәткеле.
– Рәсәй – күп милләтле дәүләт, беҙҙә 194 милләт йәшәй, улар 270-тән ашыу телдә һөйләшә, – тине "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" дөйөм Рәсәй дәүләт ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Наталья Альтнер.
Наталья Олеговна өсөн балалар байрамында ҡатнашыу айырыуса шатлыҡлы икән, сөнки Башҡортостан һәм Өфө – уның тыуған төйәге, ул бында белем алған, буй еткергән.
Музейҙағы төп экспонат – берҙәмлек символе ролен үтәүсе башҡорт түшелдереге. Ул шул саҡта төрлө халыҡтар алып килгән тәңкәләр йыйылмаһынан барлыҡҡа килгән. Сувенир тәңкәне семәрләүгә иң беренсе булып Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тотонған, ә эште В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова тамамлаған. Күргәҙмәлә иһә 80-дән ашыу экспонат тәҡдим ителде.
"Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда ҡыҙ һәм малайҙар дуҫлыҡ хорын йырланы, сарала ҡатнашыусыларҙың парадын олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп ҡараны.
Ә инде шаршамбы көнө баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы рәсми рәүештә асылды.
Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов Президент Владимир Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы. Унда былай тиелә:
– Дуҫлыҡҡа һәм ижади аралашыуға арналған иҫ киткес сағыу байрамды үткәреү идеяһы тап Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе символик мәғәнәгә эйә, һәм бөгөн күп милләтле һәм ҡунаҡсыл баш ҡала ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған меңдән ашыу йәш талантты ихлас ҡаршы ала. Рәсәй үҙенең тарихи, мәҙәни һәм рухи байлығын ҡәҙерләп һаҡлай, ә фольклориада күп милләтле мәҙәни ҡиммәттәрҙе йәштәр араһында таратыуға көслө булышлыҡ итә.
Владимир Путин III Бөтә Рәсәй фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы шәхсән ҡотланы: "Бөтә Рәсәй фольклориадаһы үҫеп килеүсе йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Байрамдың юғары кимәлдә үтеүенә ышаным. Ул бөтәһенә лә яҡты һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итәсәк. Йәштәр араһында күп милләтле мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә килтерәсәк".
Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова комитет рәйесе Валентина Матвиенконың ҡайнар сәләмен еткерҙе, Башҡортостан илебеҙҙә ысын мәғнәһендә төп балалар мәҙәни сараһын уҙғарыу майҙансығына әйләнде, тине.
– Шуға ҡыуаныбыҙ сикһеҙ, төп балалар мәҙәни сараһы нәҡ Башҡортостанда бара, – тине Лилиә Салауат. – Республикабыҙҙа төрлө милләт вәкиле йәшәй, беҙҙә бөтә донъяға билдәле күркәм традициялар быуындан-быуынға һаҡлана. Байрамда күптәрҙең фекерҙәштәр һәм иптәштәр табыуына тамсы ла шикләнмәйем.
Лилиә Ғүмәрова Владимир Путиндың, Башҡортостанда бер тамсылағы шикелле Рәсәйҙең мәҙәниәте, халыҡтары һәм диндәре сағылыш тапҡан, тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙө.
Сенатор Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһында танытма тапшырҙы.
– Башҡорт аты, башҡорт шәле, башҡорт балы дәүләттең һаҡлау грамотаһын алды. Бөгөн Роспатент ҡушыуы буйынса башҡорт милли кейемен теркәү тураһында танытма тапшырам.
Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова әйтеүенсә, фольклориада – ул ҙур ижади лаборатория, унда балалар һәм йәштәр фольклор хәрәкәттәренең өр-яңы үҫешенә йүнәлеш биреләсәк. Байрамда йыр һәм бейеүҙе генә күрһәтеү ниәт түгел, ә яңы дуҫтар табыу өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Педагогтарға, уҡытыусыларға, әлбиттә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Уларҙың барыһы ла бында ҙур хеҙмәт һалған, һәр береһе үҫеп килеүсе йәш быуынға күркәм тәрбиә биргән, ижади үҫеште хәстәрләгән, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙы күҙ уңында тотҡан. Министрҙың ҡотлауын Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы Сәнғәткә һәм халыҡ ижадына дәүләт ярҙамы департаментының бүлек начальнигы Давид Нахатакян уҡып ишеттерҙе.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан форумды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ҡабул итте.
– Бөгөн беҙҙә, тап Евразияның йөрәгендә, ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асабыҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ, – тине Андрей Геннадьевич.
Андрей Назаров, республикабыҙҙа байрамды үткәреүгә мөмкинлек тыуҙырғаны өсөн, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына һәм В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йортона оло рәхмәтен әйтте.
– Бынан биш йыл элек Өфө VI бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул иткәйне, уны оло фольклориада, тибеҙ, – тине Премьер-министр. – Ә хәҙер Башҡортостан ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән бик күп йәш таланттарҙы ҡабул итте. Бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай, Рәсәйҙең 78 төбәгенән 85 сағыу коллективтар ҡатнаша – Калининградтан Камчаткаға хәтлем барыһы ла килде.
Андрей Назаров, тамашасыларға мөрәжәғәт итеп, былай тине:
– Башҡортостанда йөҙҙән ашыу халыҡ дуҫлыҡта һәм татыулыҡта ғүмер итә һәм һәр береһе үҙенең мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлай. Һәр береһенең үҙенең йыры, бейеүе, эпосы. Ошо иҫ киткес мөхиттә беҙҙең берҙәмлегебеҙ нығына. Үткәндәрҙе иҫләү, тамырҙарыбыҙҙы барлау беҙҙе тик көслө генә итә. Шулай булғанда ғына беҙ ысын мәғәнәһендә үҙебеҙҙә киләсәктәге уртаҡ йортобоҙ – ҡеүәтле лә, ҙур ҙа, еңеү белмәҫ тә Рәсәй өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ.
Шуныһы, юғарыла һанап үтелгән мәҙәниәт усаҡтарынан тыш, балалар байрамы тағы ла баш ҡалабыҙҙың "Беренсе Май", "Дим", "Тулҡын" ял һәм мәҙәниәт парктарында, Иван Яҡутов исемендәге паркта һәм башҡа урындарҙа бер юлы барҙы. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре фольклориаданың гимнын (Ришат Сәғитов көйө, Ольга Мусина һүҙҙәре) башҡарҙы. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова, "Әй Йола" фольклор төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдтинов һәм "ZAINETDIN" этно-проекты сағыу сығыштары менән күңелдәргә дәрт өҫтәне.
"Фольклор һәм балалар. Берҙәмлеккә традициялар аша" тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Шулай уҡ һәр кем оҫталыҡ дәрестәрендә, халыҡ уйындарында, кейем һәм уйын музыка ҡоралдары күргәҙмәләренә ашыҡты. Фольклориадала ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ ижады менән танышты. Мәҫәлән, Чечен Республикаһының "Шото" бейеү ансамбле солисы Иҙрис Яғаев Өфөлә бик күп дуҫтар тапҡан, башҡорт бейеүен оҡшатҡан, иҫтәлекле төрлө урындарҙа булырға өлгөргән.
Луганск Халыҡ Республикаһынан "Рапсодия" бейеү ансамбле менән танышыу ғына түгел, ә уларҙың сығышын тамаша ҡылыу бәхете лә тәтене. Уларҙың репертуры бик бай, 20-нән ашыу бейеү алып килеүҙәре – шуға асыҡ миҫал. Ҡыҙ һәм малайҙар әйтеүенсә, улар өсөн ниндәй ҙә сәфәр мотлаҡ үҫешкә илтәсәк. Шулай уҡ Һамар өлкәһенән "Прялица" халыҡ йырҙары ансамбленең йырҙарын, "КрАсота" фольклор ансамбленең, Псков өлкәһенән "Птенцы" фольклор ансамбленең сығышын һәр кем рәхәтләнеп тыңланы. Адыгей Республикаһының Майкоп ҡалаһынан "Спутник" бейеү ансамбле, Бүрәт Республикаһынан "Черпачок" фольклор ансамбле, Саха Республикаһынан "Куерэгэй" ансамбле, Тыва Республикаһы Ҡыҙыл ҡалаһынан "Май" ансамбле, Сыуаш Республикаһынан "ТЕВЕТ" балалар фольклор ансамбле һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Башҡортостан Ҡурайсылар ансамбле ҡунаҡтарға моңло башҡорт ҡурай моңон ишеттерҙе, Өфө районының Шамонин ауылынан "Дарман" балалар бейеү ансамбленә һоҡланмағандар һирәк булғандыр, Күмертау ҡалаһынан "Зоренька" өлгөлө рус йырҙары ансамбле һәм башҡа йырсы һәм бейеүселәр фольклориадала ҡатнашыусыларға онотолмаҫ ял сәғәттәре бүләк итте.
Тамара ПУРТОВА, В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһы ҡарамағындағы Матди булмаған мираҫты һаҡлау буйынса комитет рәйесе:
– Беренсенән, бындай ҙа юғары кимәлдәге һәм сағыу байрамда ҡатнашыуыма шатмын. Икенсенән, фольклориада шул тиклем ойошҡан бара. Хәйер, VI Бөтә донъя фольклориадаһында уҡ, балалар байрамын үткәрергә кәрәк, тигән идея башта тыуҙы, һәм беҙ нәҡ Башҡортостанды һайланыҡ.
Бөгөн унда илебеҙҙең бөтә төбәктәренән дә тиерлек йәш таланттар ҡатнаша, был бик шәп күренеш. Сараның мәғәнәһе – ошо традицияларҙың – ҡиммәте һәм фольклорҙы һаҡлау. Республика Милли музейында "Урал батыр" эпосын тыңланыҡ, иҫ киткес итеп һөйләне уны һәләтле ҡыҙ. Азалина Сәйфуллинаға "афарин" тип әйтеүҙән башҡа һүҙ юҡ.
Шуныһы, балаларҙың үҫешенә этәргән, халыҡ ижадын һаҡлауға ҡоролған, ҡыҙ һәм малайҙар араһындағы дуҫлыҡ һуҡмағына юл ярған ошондай сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк. Үҫмер хәтерендә ул ғүмерлеккә ҡаласаҡ, педагогтар иһә унан ифрат бай тәьҫораттар менән тыуған яғына ҡайтасаҡ. Һәр береһенә бай тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн ҡайһылай ҙур мөмкинлек һәм уңайлы майҙан.
Азамат ХАННАНОВ, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһы:
– Башҡортостандың төп символы – ул башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурай. Ябай ғына уйын ҡоралы түгел, ә ялан һәм тауҙарҙың ысын тауышы. Фольклориадала Башҡортостан исеменән сығыш яһауыма үҙемде бик бәхетле тоям. Башҡорт ҡурайын сит ҡитғаларҙа ла беләләр, уны илебеҙҙең бүтән милләт вәкилдәренә тағы ла яҡшыраҡ итеп танытыуҙы маҡсат иттем. Ҡурай моңон яратҡандарҙың күңелендә тик изге уйҙар ғына йәшәй.
Илдар Аҡъюлов фотолары.