МӘҘӘНИӘТ
19 Июня , 06:26

Боронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәткә сығабыҙ

 “Урал батырҙа ҡунаҡта” тигән китап сыҡты.

Боронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәткә сығабыҙБоронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәткә сығабыҙ
Боронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәткә сығабыҙ

“Китап” магазинында яңы баҫма – мультимедиалы ҡушымтаһы булған башҡорт телендәге “Урал батырҙа ҡунаҡта” тигән китап һатыуға сыҡты. Ул ябай китап ҡына түгел, ә боронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәт. “Урал батыр” эпосы көнөндә төбәк Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо китап менән таныштырҙы.

“Беҙҙең “Китап” нәшриәте байтаҡ йылдар инде эпосты популярлаштырыу менән шөғөлләнә. Уны башҡорт, рус, инглиз, француз, ҡырғыҙ телендә сығарҙылар. Баҫманың классик һәм бүләк варианттарынан тыш, балалар өсөн версиялары – әкиәттәр, буяй торған китаптар ҙа бар. Ә тиҙҙән мультимедиалы ҡушымтаға эйә булған башҡортса “Урал батырҙа ҡунаҡта” китабы донъя күрәсәк. Уны уҡыу менән бер рәттән телефонда йәки компьютерҙа уйнап та буласаҡ”, – тип яҙып сыҡҡайны Башҡортостан Башлығы.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Урал батыр” башҡорт фольклоры үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова ошо баҫманың ғилми консультанты булды, һәм уның экспертизаһы китапты мөмкин тиклем мауыҡтырғыс итергә һәм төп нөсхәһенә тура килтерергә ярҙам итте.

Баҫманың нигеҙенә 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ике башҡорт сәсәне – Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған “Урал батыр” эпосының аутентик варианты һалынған. Был текст Аҡмулла университеты профессоры Әхмәт Сөләймәнов тарафынан төҙөлгән “Башҡорт халыҡ ижады”ның 3-сө томында (1998) донъя күргәйне.

“Йыл башында “Китап” нәшриәте мөхәррире Әлфиә Теләмова кескәйҙәр өсөн “Урал батыр” эпосын баҫмаға әҙерләргә тәҡдим иткәс, ошо мөһим идеяны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға ҡыуанып риза булдым, – ти Нәркәс Әхмәт ҡыҙы. – Әлфиә Теләмова, балалар китаптарының тәжрибәле мөхәррире һәм кескәйҙәр өсөн байтаҡ проекттар авторы булараҡ, эшкә ҙур яуаплылыҡ менән тотондо. Бергәләп текст һайланыҡ, уны балалар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Һөҙөмтәлә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы китап килеп сыҡты”.

Эш ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарылды, ике телдәге китапты “Урал батыр” эпосы көнөнә тамамлау һәм сығарыу бурысы тора ине. Ул интерактив ҡушымта менән донъя күрҙе. QR-код аша үтеп, эпостың йәнһүрәт донъяһына инергә мөмкин.

“Һүрәттәр менән ентекле эшләргә тура килде. Рәссам Артур Василов был бурысты уңышлы атҡарып сыҡты, тип уйлайым. Ҡушымтаның мультимедиалы системаһын ҡулланыуҙы ла беҙ тәҡдим иттек, сөнки бындай заманса һанлы мөмкинлектәрҙе байтаҡ нәшриәттәр файҙалана ала. Июнь аҙағында Өфөлә үткәрелгән Бөтә донъя балалар фольклориадаһында китап үҙенең уҡыусыһын табыр һәм сарала ҡатнашҡандар өсөн матур бүләк булыр”, – тине Нәркәс Хөббөтдинова.

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина

Боронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәткә сығабыҙ
Боронғо эпос донъяһына ысын сәйәхәткә сығабыҙ
Автор:
Читайте нас