МӘҘӘНИӘТ
8 Июня , 04:22

Бөгөн — «Урал батыр» эпосы көнө

Үлемһеҙ әҫәрҙең бер нисә варианттары ла билдәле, шуларҙың береһе Хәйбулла районында Әсмә Усманованан яҙып алынған. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы – алтын хәтергә эйә булыусы, халыҡ даһийы, ул өләсәһе Мөьминә Таймасованан рухи мираҫыбыҙҙы тапшырған.    

Бөгөн — «Урал батыр» эпосы көнөБөгөн — «Урал батыр» эпосы көнө
Бөгөн — «Урал батыр» эпосы көнө

«Урал батыр» эпосы көнө — йыл һайын 8 июндә Башҡортостан Республикаһында билдәләнә торған иҫтәлекле көн. Был көн башҡорт халҡының милли эпосы булған «Урал батыр»ға бағышлана һәм уның мәҙәни-рухи ҡиммәтен таныу нигеҙендә 2025 йылда рәсми рәүештә индерелә.

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады һүҙгә маһир, тәрән зиһенле кешеләр тарафынан ҡасандыр ижад ителгән дә башҡалар хәтеренә күскән. Шулай телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә торғас, шымара-шымара беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Тимәк, телдән тыуып, телдән башҡарыла торған әҫәрҙәрҙе камиллаштырыуҙа күмәк кеше, тотош халыҡ ҡатнашҡан.

Нимә ул ҡарһүҙ?

«Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина.

Билдәле булыуынса, фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861—1923) «Урал батыр» эпосын яҙып ала. Артабан фольклорсы Әхнәф Харисов тарафынан уның произаик варианты яҙып алына.

Үлемһеҙ әҫәрҙең башҡа варианттары ла билдәле, шуларҙың береһе Хәйбулла районында Әсмә Усманованан яҙып алынған. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы — алтын хәтергә эйә булыусы, халыҡ даһийы, ул өләсәһе Мөьминә Таймасованан рухи мираҫыбыҙҙы тапшырған. «Өләсәйем бик күп йыр белә ине, бик матур йырланы. «Урал батыр”ҙы ҡат-ҡат, ҡыштарын бер нисә кис һөйләне. Күберәген хатта көйләй ине», — тип хәтерләгән Әсмә Мәүләнбирҙе ҡыҙы.

Ауыҙ-тел ижадының был жанрын Әсмә Усманова «ҡарһүҙ» йәки «ҡары һүҙ»тип исемләгән. Ҡары һүҙ—ҡарый һүҙ, иҫке һүҙ, элгәренән ҡалған һүҙ. Боронғо хикәйәттәрҙе, иртәктәрҙе, эпостарҙы башҡорттар тап шулай атаған. Был быуаттар төпкөлөнән архаик килеп сығышлы мәҙәни текстты белдергән төшөнсә. Розалиә Солтангәрәева билдәләүенсә, ҡарһүҙ тейешле жанрҙарға атама биреү өсөнуны кире ҡайтарыу һәм яңыртыу мөмкинлектәренә эйә. Ҡобайыр һәм ҡарһүҙ — эпос һәм миф төшөнсәләрен тура килгән башҡорт терминдары.

Сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева 2011 йылда (2012 һәм 2013 йылдарҙаҡабаттан) Әсмә Усманованан яҙып ала һәм эпостың ошо вариантын донъяға таныта: ул 2015 йылда «Ватандаш» журналының 8-се һанында «Уралып ята халыҡ хәтерендә» мәҡәләһендә баҫылып сыға. Ике сәғәт дауамында Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы эпосты көйләп башҡарған, әлегә билдәһеҙ юлдарҙы тергеҙгән. Әйтергә кәрәк, «Урал батыр» ҡарһүҙе — 1910 йылда яҙып алған эпостың төп тексынан һуң күләме һәм йөкмәткеһе буйынса иң ҙуры.

Сәсәнлек һәләте быуындан быуынға күскән

Әсмә Усманова – Торомтаевтарҙың күренекле нәҫеле вәкиле. Уның атаһы яғынан ҡартатаһы Ғәбделәхәт Торомтаев (1864–1942) – арҙаҡлы башҡорт ишаны Зәйнулла Рәсүлевтың (1833–1917) уҡыусыһы. Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы билдәләүенсә, Ғәбделәхәт Торомтаев үҙенең сәсәнлеге менән дан тота, ҡор-йыйындарҙа тамашасыларҙы башҡарыу оҫталығы менән хайран ҡалдырып, халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарҙы, хикәйәттәрҙе оҫта башҡара. «Һәр ерҙә ҡоба һүҙ һөйләп йөрөгөҙ. Ул көслө, яҡшы һүҙ. Уны һөйләгән кеше еңелмәҫ була!» — тип әйтер булған ҡартатаһы балаларына. Ҡоба һүҙгә шулай ул тылсымлы йөкмәтке лә һалған, ә асылда иһә ул яҡшылыҡ эшлә, һис бирешмә, хатта “таш менән атҡанға аш менән ат” тигән аҡылды ла ошо ҡоба һүҙ менән бәйләр булған.

Әсмә Усманованың өләсәһе Мөьминә Һаҡҡол ҡыҙы Таймасова (Тауылбаева) – оҙон көйҙәрҙе,әкиәттәрҙе, дини риүәйәттәрҙе бик яҡшы белгән һәмуларҙы һәләтле башҡарған. Әсмә Усманова өләсәһенән күп тапҡыр тыңлауҙар барышында «Урал батыр» ҡарһүҙен башҡарыуҙың бөтә нескәлектәрен үҙләштергән. Туған халҡының тел байлығы, сәсәнлек һәләте уныңкүңеленә бәләкәй сағынан һеңгәндер. Әйтергә кәрәк, рухи белемле, ныҡлы хәтергә эйә булған һәм изге күңелле шәхестәргә генә эпосты өйрәнеү, тапшырыу һәм башҡарыу ышанып тапшырылған.

Мөьминә Таймасова сығышы менән Юлбарыҫ ауылынан. Таймасовтарҙың шәжәрәһенә ярашлы, уның атаһы Һаҡҡол – йорт старшинаһы Юлбарыҫ Күсәрбай улы Таймасовтың (1750–?) ейәне. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы әйтеп ҡалдырыуынса,ҡартҡартатаһы Һаҡҡол Таймасов та сәсән телле кеше булған.

Мөьминә Һаҡҡол ҡыҙының ейәнсәрҙәре Фәнүзә Хущамова һәм Зәйтүнә Ҡужабәкова ҡартәсәһе тураһында ошондай мәғлүмәт менән уртаҡлашты:

–Мөьминә Һаҡҡол ҡыҙы 1873 йылда Юлбарыҫ ауылында донъяға килгән. Уның ата-әсәһе хәлле кешеләр, атаһы уҡымышлы хәлфә булған. Ҡаҙырша ауылында йәшәүсе Юлмөхәмәт Тауылбаевҡа кейәүгә сыға. Ҡартатайым мәзин булған. Ҡартәсәйем дә 5 намаҙын ҡалдырманы. Ул сәсән телле, йырсы ине. Беҙгә ейәндәренә матур йомаҡтарын-әкиәттәрен бик күп һөйләй торғайны. Ҡартәсәйем беҙгә: «Изгелекле булығыҙ, бер-берегеҙгә ҡаты бәрелмәгеҙ, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, тәүфиҡлы булып туғанды туған итегеҙ»,– тип йыш ҡабатланы. Эшкә лә бик маһир булды. Кәзәкей текте, балаҫтар, кейеҙ, дебет шәл һуҡты. Ҡартәсәйем кәүҙәгә нәҙек оҙон әбей булды. Үҙенә күрә ҡушаматы ла килешле: «Һоһа», «Һоһаҡай әбей» тип әйтерҙәр ине.

Уның дүрт ҡыҙы: Сәғиҙә, Ғәйшә, Мәрзиә, Фатима, дүрт улы Шәйхислам, Фәтхислам, Шәмшислам, Әхмәтшәкир булған. Өс улы һуғыш яланында ятып ҡалған. Кесеулы Әхмәтшәкирҙе һуғышҡаоҙатҡанда илап: «Кәүҙәле кәүҙәле ағайҙары ҡайтмағанды был улым ҡайҙанҡайтһын инде», – тип оҙатып ҡалған. Ә улы әсәһен ҡыуандырып һуғыштан яраланып, иҫән-һау ҡайтып төшкән. 1971 йылдың апрель айында ҡартәсәйебеҙ беҙҙе ҡайғыларға һалып баҡыйлыҡҡа күсте, – ти улар.

«Башҡорт ырыуҙары тарихы. Үҫәргән» (35-се том,2-се киҫәк, 323-сө бит) китабында 1920 йылғы йәниҫәптең мәғлүмәттәре килтерелгән. Унда Ҡаҙырша ауылында йәшәгән 45 йәшлек Юлмөхәмәт Әлмөхәмәт улы Тауылбаевтың ғаиләһе теркәлгән. Уның 41 йәшлек ҡатыны, өс улы һәмөс ҡыҙы иҫәпкә алынған.

Ҡарһүҙҙе анализлау

Розалиә Солтангәрәева тикшереүҙәренә ярашлы, был вариантта бығаса башҡорт эпик мәҙәниәтенә билдәле булмаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бик күп. Бында сюжеттағы яңы деталдәрҙе,«Урал батыр» эпосының төп тексында булмаған һүҙҙәрҙе һәм юлдарҙы осратырға була. Мөғжизәүи Аҡбуҙат һыны Әсмә инәй һөйләүендә уғата боронғо мифологик белекте һаҡлаған. Эпостың төп тексында Аҡбуҙатты һүрәтләү— 30 юл (килеп төшөүен алһаҡ — ҡырҡ юл), ә Әсмәинәй һөйләгән ҡарһүҙҙә —45 юл!

Ҡыйғыр бөркөт ҡанатлы,

Аждаһа-йылан тамаҡлы,

Ҡуян күҙҙәй үткер күҙ,

Үткер ҡылыс тырнаҡлы,

Ҡыйғас ҡамыш ҡолаҡлы.

***

Олоғайған ҡартты ла,

Менһә, йәп-йәш ир итер.

Бөтә енде дертләтер,

Донъя ғәмен уятыр…

Ҡанатлы ат Аҡбуҙаттың йыртҡыс, ат, илаһи ҡош,аждаһа, йылан сифаттарын үҙендә берләштереүе — үтә боронғо тарихи этаптарҙы барлау өсөн бик сағыу мифологик образ. Аҡбуҙатбыл осраҡта аждаһаны ла кәүҙәләндерә, уны ҡанатлы толпар менән берсығанаҡлы итә. Шулай итеп Аҡбуҙаттың ҡош, аждаһа, күк аты, йыртҡыс йәнлек, йылан һыҙаттары бар. Мөьминә Һаҡҡол ҡыҙы тапшырған вариантта, Аҡбуҙат йондоҙҙар араһында йәшәй һәм Тимерҡаҙыҡтың ҡапма-ҡаршыһында сағыу балҡып тора.

Әсмә Усманова биш эпизод башҡарған, уларҙың һәр береһенең көйҙәре (М.Таймасова-Тауылбаеванан теүәлләп өйрәнелгән) асылда үҙаллы яңғырай һәм сағыу музыкаль үҙенсәлеккә эйә. Р.Ә.Солтангәрәева анализлауы буйынса, тәүге көйҙәр мөнәжәттәр – дини көйҙәр менән оҡшаш, ә һуңғы икәүһе эпик музыкаға инә.

Алтын хәтергә эйә булған Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова, шулай итеп, XXI быуаттың билгеле бер оло шәхесе булып тарихҡа инеп ҡала. Сөнки тере хәтерҙән, телдән телгә һөйләнеп килгән изге аманатты үҙенең өләсәһе Мөьминә Таймасова-Тауылбаеванан тапшырған ул.

Видео:Розалиә Солтангәрәева
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас