МӘҘӘНИӘТ
6 Июня , 11:15

Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы

Һабантуй байрамы уҙғарылған Таналыҡ буйҙары ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү рәүешен һынландырған йәйләүҙе хәтерләтә: бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләр халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен һәм сал тарихын һөйләй. Ә инде бай күргәҙмәләрҙә ниндәй генә экспонаттар урын алмаған!

Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығыҺабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы

Йола буйынса, һабантуйҙа быйыл да тирмәләр бәйгеһе уҙҙы. Баһалама ағзаларының төп критерийҙары булып милли йолаларҙы һәм кәсеп-шөғөлдәрҙе сағылдырыу, тирмә һәм ихатаны биҙәү һәм милли ризыҡтарҙың төрлөлөгө торҙо.

Бәйгенең һөҙөмтәһе буйынса Гран-приға Федоровка ауыл биләмәһе тирмәһе хаҡлы рәүештә лайыҡ булды. Беренсе урын Әбеш ауыл биләмәһе тирмәһенә бирелде. Икенсе урынды Өфө һәм Яңы Ергән ауыл биләмәләре тирмәләре бүлеште. Өсөнсө урын Аҡъяр, Һамар һәм Татыр-Үҙәк ауыл биләмәләре тирмәләренә тапшырылды.

Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Һабантуй йәме – тирмәләр ҡаласығы
Автор:Лира Такалова
Читайте нас