МӘҘӘНИӘТ
5 Июня , 17:26

«Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым»

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

«Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым»«Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым»
«Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым»

Рәсәй гимнасткаһы һәм телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева Башҡортостандың Әлшәй районында йәшәгән Зөбәржәт өләсәһендә ҡунаҡта. Өфөлә уҙған бизнес-фестивалдә сығыш яһағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан. 

«Өфөләге форумдан һуң ҡайҙа юл тотҡанымды аңланығыҙмы? Әлбиттә, нәнәйемә. Минең капиталым», — тип яҙа Үтәшева.

Яҡташыбыҙ мул һыйлы аш өҫтәленә айырым видео бағышлаған.

—Ниндәй ризыҡтар яратҡанымды һеҙгә лә күрһәтәйем әле. Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым — ысын, Раевка ҡымыҙы. Был реклама түгел, әммә бына шул тәмле, — ти ул.

Ләйсән Үтәшева интервьюларының береһендә Раевкала йәшәгән олатаһы-өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа ҡайтыуы хаҡында әйткәне бар (олатаһы 2025 йылда донъя ҡуйҙы). Яҡташыбыҙ уларҙың йортон көс алыу урыны тип атай.

ФОТО: ЛӘЙСӘН ҮТӘШЕВА | МАХ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас