МӘҘӘНИӘТ
29 Мая , 04:13

“Берҙәмлектә көс” китабы исем туйланы

“Китап" нәшриәте был китапта төрлө милләт фольклорын берләштерҙе. Бындай проекттар бөтә халыҡтарыбыҙҙың берҙәмлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

“Берҙәмлектә көс” китабы исем туйланы“Берҙәмлектә көс” китабы исем туйланы
“Берҙәмлектә көс” китабы исем туйланы

Китап йәрминкәһе йыл һайын Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йыя, ә килеүселәр һаны тиҫтәләрсә мең иҫәпләнә. Һәм, әлбиттә, уҙған йыл йәрминкәне уҙғарыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” статусына лайыҡ булды, был проекттың федераль кимәлдә юғары сифатлы ойошторолоуын һәм мөһимлеген билдәләй.

Быйыл да киң ҡолас ала барған йәрминкәнең һәр көнө эшлекле һәм мәҙәни программа сиктәрендә үҙенең тематик йүнәлешенә эйә буласаҡ: беренсе көн – халыҡтар берҙәмлегенә, икенсеһе – традицион ғаилә ҡиммәттәренә, өсөнсөһө Рәсәй тарихына, хәтергә һәм үткәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арналасаҡ.

Бөгөн иһә, “Китап” магазинында Рәсәй халыҡтары фольклорын берләштергән “Берҙәмлектә көс” китабының исем туйы үтте. Китап илдең төрлө республикалары нәшриәттәре хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһенә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни берҙәмлеге символына әүерелгән дә инде. Рәсәй китап нәшриәтселәре Ассоциацияһы президенты Константин Чеченев билдәләүенсә, проект милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән берлектәге нәшриәт башланғыстары серияһын дауам итә.

- Быға тиклем хеҙмәттәшлек сиктәрендә Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәренә арналған календарь, шулай уҡ илдең төрлө төбәктәренең милли аш-һыуы тураһында баҫма сығарылғайны. Хәҙер инде проектта ҡатнашыусылар фольклорға: әкиәттәргә, легендаларға һәм халыҡ ижадына мөрәжәғәт иттек. “Китап" нәшриәте был китапта төрлө милләт фольклорын берләштерҙе. Бындай проекттар бөтә халыҡтарыбыҙҙың берҙәмлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, - тип билдәләне Константин Чеченев.

Был проектта Рәсәйҙең 24 республикаһынан нәшриәттәр ҡатнаша. Бөгөн, әйткәндәй, бөтә төбәктәрҙә лә үҙҙәренең нәшриәттәре һаҡланмаған, шуға күрә бындай берләштереүсе башланғыстарға ярҙам итеү айырыуса мөһим.

Тағы ла “Берҙәмлектә көс” китабының презентациһы йәрминкәнең абруйлы ҡунаҡтары - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединскийға күрһәтелде. Константин Чеченев һүҙҙәренсә, баҫма ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм ҙур федераль майҙансыҡтарҙа Рәсәй китап мәҙәниәтен артабан үҫтереүҙең бер өлөшө буласаҡ.

Һис шикһеҙ, был китаптың исем туйы Китап байрамының сағыу ваҡиғаларының береһе булды һәм 2026 йылғы йәрминкәнең төп темаһын - Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген, мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы һәм ғаилә менән уҡыу традицияларын үҫтереүҙең мөһимлеген тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://web.max.ru/-68438752698426

Автор:Таңсулпан Байтимерова

 
Автор:
Читайте нас