

Сәнғәт, театр мөхитендә гөрләп, уңыштар яулап эшләгән яҡташтарыбыҙ менән һәр ваҡыт ғорурланабыҙ. Шуларҙың береһе Сиҙәм ауылында тыуып үҫкән, Сибай ҡалаһындағы «Сулпан» балалар театрының режиссёры үҙенең үҙенсәлекле ролдәре һәм спектаклдәре менән тамашасылар һөйөүен яулаған Юлдаш Юлдыбаев күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн ошо арала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
—Юлдаш Ҡасим улы, театр донъяһына килеү юлығыҙ нисек башланды?
—4-се класта уҡығанымда миңә «Урал батыр» эпосынан Йәнбирҙе ролен бирҙеләр. Балалар баҡсаһынан алып бөтә сараларҙа ҡатнашҡан бала булараҡ ошо ролде ышанып биргәндәрҙер тип уйлайым. Ул саҡта ҡарап ултырыусыларға ролде тулыһынса еткерергә әсәйем ярҙам итте — матур итеп эпосҡа тап килгән бабай костюмы тегеп, уның һаҡалына тиклем йөндән эшләп, уны йәбештереп мине сәхнәгә сығарҙы. Атайым Ҡасим Ғәбдерәүеф улы ла, әсәйем Маһикамал Мөсип ҡыҙы — икеһе лә йырға маһир. Сиҙәм ауылында йәшәп, мәҙәниәт йортондағы бейеү түңәрәгендә бергә бейерҙәр ине. Атайым әле беҙҙең арала юҡ. Ғаиләлә ике бала үҫтек — Гөлназ апайым һәм мин. Апайым үҙ донъяһын ҡороп, тормош иптәше менән 3 бала тәрбиәләй. Үҙемә килгәндә — бар ауыл малайҙары һымаҡ үҫтем. Сиҙәм ауылы мәктәбендә белем алдым. Уҡырға, ата-әсәйеңә ярҙам итергә, баскетбол, волейбол, милли көрәш түңәрәктәрендә шөғөлләнергә, ҡурайҙа уйнарға, концерт, спектаклдәрҙә ҡатнашырға, барыһына ла өлгөрә инем. 11-се класты тамамлағанда ошо бөтә шөғөлдәрем араһынан театрҙы — сәхнәне һайланым.
2004 йылда Сибай сәнғәт колледжына театр бүлегенә уҡырға индем. Беҙҙең курстың кураторы Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов булды. Курста шул тиклем сәмле, талантлы егеттәр, ҡыҙҙар уҡыны. Мәҫәлән, Иҙел Аралбаев, Айнур Асҡаров, Динар Ғөбәйҙуллин. 2008 йылда диплом алып хеҙмәт юлымды «Сулпан» балалар театрында башланым. Армияла хеҙмәт итеп ҡайттым. 2016-2021 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ситтән тороп уҡып, «Сулпан» балалар театрында үҙемде режиссёр булараҡ астым.
—Балалар театрының өлкәндәр театрынан айырмалығы, төп үҙенсәлеге нимәлә?
—Балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәр — ул ябай актёрҙар уйыны ғына түгел, ә ысын тәрбиәүи сара. Сөнки бала тамаша башланғандан алып һинең менән, һинең ролең менән театр сәхнәһендә уйы менән бергә йөрөй. Һинең менән бергә ҡыуана, насар геройҙарҙы бергә тәрбиәләй. Шуның менән үҙенсәлекле. Баланы бит ябай ғына һүҙҙәр менән ышандырып булмай, ролеңә бирелеп китеп, заманса технологияларҙы ҡулланып, уны ла театр сәхнәһенең айырылғыһыҙ геройы итеп яһарға кәрәк. Шул саҡта ғына ҡуйылған, тәҡдим ителгән һәр спектаклде уңышлы булды, үҙенең тәрбиәүи маҡсатына өлгәште тип һанайым. Спектаклдәр, декорациялар, костюмдар заман талаптарына яуап бирһен, әммә үҙенең төп маҡсаттарын юғалтмаһын. Театр – ул минең бар тормошом. Бында үҙ һөнәреңә тоғро булғандар ғына эшләй алалыр тигән фекерҙәмен.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 20-се һанында уҡығыҙ