

Ул башҡарған «Батмус менән бейеү», «Йәшлек вальсы», «Ҡабырсаҡ», «Шаян килен», «Игеҙәктәр», «Сабата бейеүе», «Һыбай ҡыҙ», «Ҡара-ҡаршы», «Аҡ болан», «Сәскәләр менән бейеү», «Башҡортостан – суверенлы ил» һәм башҡалар башҡорт хореографияһының алтын фондында һаҡланған сәхнә ынйылары. Ижадсы донъя халыҡтары сәнғәтенә ҡыйыу мөрәжәғәт итеп, ғәрәп, корея, коряк, ҡалмыҡ, ҡытай, татар бейеүҙәрендә тик үҙенә генә хас образдар тыуҙырҙы. Зөлфиә Ҡудашева Рәсәй төбәктәрендә һәм донъяның бик күп илдәрендә (Голландия, Ҡытай, Перу, Сүриә, Финляндия һәм башҡалар) башҡорт бейеүен данланы.
–Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы, һеҙҙе бейеү сәнғәтенә килтергән һуҡмаҡтарҙың башы ҡайҙа ята? Хәтирәләрегеҙ менән бүлешегеҙ әле.
–Мин Сибайҙа үҫтем. Алты йәшкә тиклем йәй етеү менән өләсәйем мине етәкләп Баймаҡҡа алып китә. Еләк-емеш, дарыу үләндәре йыябыҙ. Ауылдан-ауылға туғандарҙа ҡунаҡ булып йөрөйбөҙ. Кис ултырғанда иғтибар менән оло инәйҙәрҙең кейемдәрен ҡарайым. Бейегәндә һәлмәк кенә баҫып, аҫҡа ҡарап хәрәкәт иткәндәренә аптырайым, оялалармы икән тип уйлайым. Өләсәйемдең ваҡ ҡына сәскәле күлмәге өҫтөндә төрлө ҡорамаларҙан тегелгән түшелдерек. Ҡунаҡҡа матур күлмәген, камзулын кейеп ала. Башында алға төшкән ҡыҙыл француз яулыҡ өҫтөнән аҡ яулығын сөйөп ябына. Мине лә үҙе кеүек кейендерә, мотлаҡ түшелдерек, камзул кейҙерә. Йылдар үткәс, ауылда күреп йөрөгәндәр кәрәк булды. Бейеүҙәремдә Баймаҡ инәйҙәренең кейем элементтарын, хәрәкәттәрен ҡулландым. Ҡайһы бер образдарҙы ана шул бала сағым хәтирәләренән алдым. Гел ауылда йөрөгәс, русса бер генә һүҙ ҙә белмәйем. Сәсем ҡаты, шырт, ҡуйы була торғайны. Әсәйем йыл да тарап, ҡарап арығас, асыуы килеп минең сәсте ҡырып ташланы. Ҡалаға ҡайтып ишек алдына сыҡһам, минән көләләр, «башкирка, мальчик» тип үсекләйҙәр. Илап өләсәйемә әйтәм. Ул: «Күкрәгеңә һуҡ та, мин – башҡорт тип ҡысҡыр», – тине, һәм мин шулайта башланым. Йәй буйы ауылда йөрөп ҡап-ҡара булып янған, сәсһеҙ, ҡыҫыҡ күҙле ҡыҙ йүгереп сығам да, «Мин – башҡорт!», – тип ҡысҡырып ебәрәм. Уйнап йөрөгән бала-саға миңә аптырап ҡарап торалар ҙа, яҡын килеп төрлө нимәләр һорай башлайҙар. Мин вата-емерә аңлатып маташам. Шунан улар менән дуҫлашып киттем.
Әлфиә Ғимаҙиева.
Өфө ҡалаһы.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ.