

Бөгөнгө мәҡәләм әҙәбиәтте халыҡҡа еткереүсе, ауылдың рухи үҙәген ойоштороусы,үҙ һөнәренә 14 йыл тоғро ҡалған Атингән ауылы китапханасыһы Банат Әхмәҙиева тураһында. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын ситтән тороп тамамлағандан һуң, Банат Зәкир ҡыҙы 2012 йылдан Атингән ауылы китапханаһына эшкә килә.
–Китапханаға килеүсене асыҡ йөҙ менән ҡаршылау – минең төп бурысым. Ғөмүмән, эшләһәң эш етерлек китап илендә. Балаларҙа китапҡа бәләкәйҙән ихтирам һәм һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо ҡалһын өсөн мауыҡтырғыс, фәһемле һәм көнүҙәк темаларға, шул иҫәптән халҡыбыҙ батырҙары, хәҙерге заман геройҙары, ҡоштар, тәбиғәт һәм башҡалар тураһында төрлө кисәләр ойошторам. Улар барышында бер ыңғайы яҙыусылар, шағирҙарҙың ижадына арналған күргәҙмәләр менән таныштырам. Ололарға һәм сәләмәтлеге буйынса китапханаға килә алмағандарға өйҙәренә китаптар һәм гәзит-журналдар алып барам. Мәҫәлән, 78 йәшлек Зәкиә Зыя ҡыҙы Мөхәмәтйәрова менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Атингән ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә хеҙмәт батырҙары, ветерандар, ауылдың күренекле кешеләре менән осрашыуҙар, шиғырҙар һәм һүрәттәр конкурстарын, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Башҡа ауылдарҙың китапханасылары менән хеҙмәттәшлек итеп, берҙәм, татыу, һөҙөмтәле эшләүебеҙҙә Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәксеһе Аксана Хәлим ҡыҙына рәхмәтлемен, – тип эше тураһында яратып һөйләне Банат Зәкир ҡыҙы.
Тулыраҡ 21-се һанында уҡығыҙ.