

Өфөлә Ҙур балалар фестиваленең (БДФ) махсус программаһы – “БДФ шаңдауы. Башҡортостан Республикаһы” фестивале ваҡытында “Родина” кинотеатрында быға тиклем үткән сараларҙа награда яулаған нәфис һәм анимация фильмдары күрһәтелә. БДФ Кино һәм БДФ Анимация афишаһында – профессиональ жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булған, тамашасылар һөйөүен яулаған биш таҫма, тип хәбәр итә БДФ-тың матбуғат хеҙмәте.
“Календарь ма(й)я” мажаралы фильмы Виктория Ледерман әҫәре буйынса экранлаштырылған. Хәҙерге заман үҫмерҙәренең ғүмере бер мәлде кире артҡа табан тәгәрәй башлай. Геройҙарға үткән көндәрҙе яңынан кисерергә тура килә, ә ваҡыттың серле ағышын туҡтатыр өсөн, ниндәйҙер яҡшы ғәмәл атҡарырға кәрәк. Был кино таҫмаһы – VI Ҙур балалар фестиваленең лауреаты (2023).
Киләһе фильм – “Мой дикий друг” тигән ғаилә мажараһы. Ул 7-се класс уҡыусыһы Сашаның тарихын һөйләй. Үҫмер яңғыҙы ғына урманда йөрөгәндә, ҡапҡанға эләккән төлкө балаһын күреп, уны ҡотҡара. Браконьерҙар күрмәһен өсөн, йәнлекте йәшереп кенә тәрбиәләй. Дуҫлыҡ, изгелек, яуаплылыҡ тураһындағы таҫма балалар күңеленә хуш килер. Был фильм – VIII фестиваль лауреаты (2025).
Анимация яратҡан балаларҙы "Три богатыря и Пуп Земли" йәнһүрәте көтә. Былина персонаждарының яңы мажаралары тураһындағы таҫма – VII фестиваль еңеүсеһе (2024).
Программала шулай уҡ “Финник” анимация комедияһы бар. Ул – йорт хужаларын шаярып маҙаһыҙларға яратҡан өй эйәһе тураһында. Бында яңы йәшәргә килгән ғаилә ағзаһы – Кристина исемле ҡыҙыҡай менән дуҫлашып, улар бергәләшеп ҡаласыҡтағы сәйер хәлдәрҙе тикшерә һәм һөҙөмтәлә уны ҡотҡара. Был йәнһүрәт – V фестиваль лауреаты (2022).
Фильм һәм йәнһүрәттәр теҙмәһен 2024 йылғы лауреат – “Хоккейные папы” комедияһы тамамлап ҡуя.
БДФ-тың Башкортостан Республикаһындағы махсус программаһы БР Хөкүмәте булышлығында үткәрелә. Ойоштороусылары – Сергей Безруковтың Социомәҙәни проекттарға ярҙам һәм үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры.
Ойошторусылар иҫәбендә шулай уҡ – БР Мәҙәниәт министрлығы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
Ҙур балалар фестивале “Ғаилә” милли проектына (национальный проект “Семья”) индерелгән һәм “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Уны ойоштороуға Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды, РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙам итә.
Фотолар: БДФ-тың матбуғат хеҙмәте.
Автор:Равиля Гатауллина