

Алдан күп тапҡыр хәбәр итеүебеҙсә, 28–30 майҙа Өфөлә IV Китап байрамы – Халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелә. Уның тығыҙ программаһында кискеһен асыҡ һауала кино күрһәтеү ҙә ҡаралған. Улар – көндөҙгө сараларҙың дауамы һәм халыҡ-ара йәрминкәнең әһәмиәтле өлөшө лә.
Кино таҫмалары теҙмәһе фестивалдең тематик көндәренә ярашлы итеп төҙөлгән.
Фестивалдең беренсе көнө, 28 май, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған. Айнур Асҡаровтың М. Кәрим повесы буйынса төшөргән “Өс таған” таҫмаһы күрһәтелә.
29 май – Ғаилә һәм ғаилә менән уҡыу көнө. Был кистә шул уҡ режиссерҙың “Йыл ғаиләһе” комедияһын ҡарарға мөмкин.
30 май – Тарих, хәтер һәм илһөйәрлек көнөндә – Александр Галибиндың М. Кәрим әҫәре буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” фильмы күрһәтелә.
Кино көн һайын кис Китап байрамының төп урыны – Совет майҙанында концерттар бөткәс башлана. Әҙәбиәт, музыка һәм киноны берләштергән ҙур мәҙәни байрам мөхитенә сумғыһы килгән һәр кем киске сеанстарҙы килеп ҡарай ала.
Шуныһын да хәтергә төшөрәбеҙ: IV Китап байрамында ҡоролған майҙансыҡтар иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем эшләй.
Фотолар: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Автор:Равиля Гатауллина